

Хәҙер ынтыла-ынтыла Рәмистәрҙең тәҙрәләрендә свет һүнгәнен ҡарап йөрөйбөҙ. Бер заман свет һүнде.
Беҙ ҙә ике алйот, кешенең башы яҫтыҡҡа терәлеү менән йоҡлап китмәй бит инде. Свет һүнеүе булды, йүгерҙек өйгә ҡарай.
Хәҙер теге джентльмен мине алдан үткәреп, соланға инеп киләбеҙ. Ҡул, аяҡ туңған.
Иплә-ә-ә-әп кенә өйҙөң ишеген астым да, башымды ҡалҡытып ҡарағайным ғына.... Ишек төбөндә тубығына тиклем сәскәле семейный трусик кейеп, ҡулына мылтыҡ тотоп Рәмистең атаһы баҫып тора.
"Стояяяяттттьь," - тип килеп ҡысҡырып ебәрҙе.
Икәүләп дөбөр-шатыр, эләгә-тәгәрәй сыҡтыҡ та ҡастыҡ. Минең джентльмен алдан, мин арттан. Рәмисте ҡыуып етеп булһасы. Мине лә еткермәй ҡасып барасы.
Әллә аръяҡ урам бөткәнсе йүгерҙек. Өшөү ҡайғыһы китте, тирләп-бешеп килеп туҡтаныҡ та эй көләбеҙ, эй көләбеҙ. Кире ул өй тирәһенә барып торманыҡ, урам буйлап йөрөнөк-йөрөнөк тә ҡайтып киттек.
Иртәгеһенә: "Атай ғәфү үтенде, ул мине егеттәр менән инеп килә тип уйлап ҡурҡытырға булған, Әйҙә хәҙер барайыҡ, атай саҡыра," - ти. "Юююююк, кисәге ваҡыттан һаман тубыҡ ҡалтырап тора,"- тип ҡабат барып торманым.
Бына шулай танышалар ҡайһы бер кешеләр егеттең ата-әсәһе менән.
Фото: ru.pinterest.com