+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
6 Май 2025, 07:40

«Атыу» — маҡтаныу һүҙе лә әле ул!

— Как переводится на башкирский слово "атыу"? - тип һораны минән бер йәш кеше.— Стрелять йә выстрел.— Юҡ, ул түгел, "атыу бармайым ", "атыу әйтмәйем " мәғәнәһендә...— Әәә, ул бит урыҫтың "а то" тигән һүҙенең башҡортлашҡан варианты.— Уныһын беләм, ә шул "а то"ны берәй нисек башҡортса әйтеп булмаймы ней?

«Атыу» — маҡтаныу һүҙе лә әле ул!«Атыу» — маҡтаныу һүҙе лә әле ул!
«Атыу» — маҡтаныу һүҙе лә әле ул!

— Бәй, контексҡа ҡарап, йә"улайһа", йә"юғиһә" тип әйтергә була, - тип аңлатҡан булам мин-филолог.
— Ә минең улай тип әйткәндәрен бер ҙә ишеткәнем юҡ. Хатта бер ваҡыт БСТ-ла ведущий "атыу" тип әйткәс, был башҡорт һүҙеме икән әллә тип аптырап ҡуйҙым, - тей егет.

Уның һүҙҙәре уйға һалды. Ә бит, ысынлап та, урыҫтың был һүҙе телебеҙгә шул хәтлем үтеп ингән, уны хатта самауыр (самовар), карауат (кровать) кеүек, күптән әҙәби телгә индереп алғанда ла булыр ине. Ошонан беребеҙ ҙә ҡәҙимге тормошта "юғиһә" тип һөйләп ултырмайбыҙ бит инде. Был нисектер үтә рәсми, үтә әҙәби кеүек. Халыҡ һөйләшеүҙә лә ябайлыҡ ярата. Телеведущий әйтеп ебәрһә лә, бер хилафы юҡ, минеңсә.

Урыҫтар үҙҙәре был һүҙҙе ул хәтле әрһеҙ ҡулланмайҙыр әле. Ә беҙҙең һүҙ һайын — атыу ҙа атыу. "Юғиһә" мәғәнәһенән күптән сығып киткән инде ул. "Атыу нисек һуң?" - тип һорайбыҙ берәй нәмә аңлашылмаһа... Берәйһенең фекере менән тулыһынса килешһәк, айырым бер интонацияға һалып, "Атыыыу!!!" - тип һуҙып тороп раҫлап ебәрәбеҙ. Эреләнһәк тә, еңмешләнһәк тә, "Атыу!" тип тек-тек баҫып китеп барабыҙ. "Атыу әйт һуң!" тип үртәйбеҙ "шәп булғас" мәғәнәһендә. Тағы әллә күпме мәғәнәләре бар әле уның...

Рәхимә Мусина.

Автор:
Читайте нас