+28 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
21 Мая 2025, 09:45

Ашаһындар бауырҙарын...

"Элеккек ҡәйнәм һәр ваҡыт итрә таңдан килә ине. Минең - ял көнө, ә улының сменала икәнен белә тороп... Иртә менән ятаһың һәм... йоҙаҡтағы асҡысты боролғанын ишетәһең. Һәм тупһанан уҡ: "Иртәнге туғыҙ, әле булһа йоҡлап ята!"- тигән тауышты ишетәһең... Өйҙә яңғыҙым икәнен белеп шулай тип ул. Ятаһың шулай юрған аҫтында эске кейемдә генә, ә ул... эргәгә килеп баҫа ла  текләп һиңә ҡарап тора.

Ашаһындар бауырҙарын...Ашаһындар бауырҙарын...
Ашаһындар бауырҙарын...

Бер көндө йоҙаҡтың эсен алмаштырҙым ла асҡыстарҙы йәшерҙем. Береһен тышҡы яҡта билдәле бер урында ҡалдырҙым. Ирем ҡайтып керһә, табып, асып инһен өсөн. Таң. Ишек йоҙағында йәнә асҡыс бора башланылар. Ә миңә рәхәт. Хәҙер тырышып ҡарар ҙа ишекте аса алмағас, китер, тип көтәм...

Бер аҙҙан был иремә шылтыратып, ни өсөн ишекте аса алмағанын асыҡлай башланы. Ҡысҡыра, аҡыра! Улынан ишекте асып кертеүемде талап итә. Тиҙҙән ирем миңә шалтырата. Имеш, әсәй, баҙарға сығып, беҙгә бауыр алып килгән. Ә мин уны ҡаршы алмағанмын, хатта сәй ҙә эсермәгәнмен. Ә минең бауыр ашамағанлыҡты бөтәһе лә белә. "Иртәгә һинең ял көнөң бит, ҡәҙерлем. Әсәйеңде ҡаршы алырһың ла бергәләп бауыр бешерерһегеҙ", - тинем дә, телефоны мендәр аҫтына ҡуйып, йәнә йоҡларға яттым.

Икенсе көндө ирем менән айырылыштыҡ, ҡәйнәгә яңы йоҙаҡ асҡысын бирҙем ҙә ҡайтып киттем. Ашаһындар бауырҙарын..."

Фото: ru.pinterest.com

https://kiziltan.ru/articles/pobeda-80/2025-05-21/i-ne-80-ellygyna-f-nni-gam-li-konferentsiya-uzdy-4244645

Автор:
Читайте нас