

Тауыҡтарҙы сығарам тип һарай ишеген асҡанмын да, киренән шартлатып ябып та ҡуйғанмын. Оҙаҡламай ишек алдындағы кәртәгә бер тауыҡ менә лә ҡысҡыра, менә лә ҡысҡыра бит. Йәнем көйөп елпеткес менән ҡыуам, ҡысҡырып әрләп тә ҡарайым. Киҫәмәгәс, киҫәмәй инде. Тора-бара әтәсе лә килеп ҡушылды. Ҡытҡылдау, ҡысҡырыу, "һүгеү" диалогы көн оҙонона һуҙылды. Бәхәскә нөктә атайым ҡайтҡас ҡуйылды. Баҡһаң, һарай ишеген асҡанда йомортҡа баҫып ултырған тауыҡ ашарға тип сыҡҡан да, бикле булғас: “Йомортҡаларым һыуына, себешһеҙ ҡалам, ишекте ас”, – тип минең янға килгән икән. Аңламағас, “һөйләшеүгә” әтәсен дә саҡырған. Иғтибарһыҙлығым өсөн ҡыҙарырға тура килһә лә (әйткәндәй, себештәр имен-һау сыҡты), тауыҡ менән әтәстең буласаҡ “балалары” өсөн борсолоуҙары һоҡландырҙы. Аңһыҙыраҡ кешене “тауыҡ баш”тан һалдырып әрләргә яратһаҡ та, сыҡмаған себештәрен ҡайғыртып дыу ҡуптарған был йорт ҡоштары үҙ ғәзиздәренән тыумаҫ элек үк ҡотолған, йә булмаһа балаларын яҡты донъяға килеү менән яҙмыш ҡосағына ташлаған “кәкүк” атай-әсәйҙәргә күркәм үрнәк өлгөһө булып тора түгелме ни?! Уларҙа әсәлек инстинкты ла көслө. Иғтибар иткәнегеҙ бармы икән: мыштым ғына, ел иҫләһә лә ҡурҡышынан алан-йолан ҡаранған тауыҡ себештәре сыҡһа, нисек батырайып китә! Ауға сыҡҡан бесәй өҫтөнә һикерергә лә, йыртҡыс ҡоштоң үткер суҡышы менән алышҡа сығырға ла әҙер бит ул! Ә атайлыҡ хәстәре менән янған үрҙә һүрәтләнгән әтәс, бәпкәләре сыҡҡас, ҡанаттарын йәйеп шатлығынан талпынып бейегән ата ҡаҙҙар... Уларға ҡарап тауыҡ менән инә ҡаҙҙың түңәрәк “бәхетле” көсһөҙ заттар икәнлегенән көнләшеп тә китәһең. Фото: id.pinterest.com
https://shonkar.com/news/novosti/2020-11-30/atayly-h-st-re-men-n-yan-an-t-s-1303054