– Шулай инде, – тип килеште Зөмбилә. – Үтә торған тема бит. Беребеҙҙең дә ире юҡ. Гастролдән ҡайтып кермәгән ҡатын менән ниндәй ир торһон? Ирҙе бит ҡарарға, көйөн көйләп торорға кәрәк. Аптыраған юҡ, теге кем әйтмешләй: "Замужем не была, без мужа не жила".
– Номерыңды байытырға кәрәк булыр, – тине Әсғәт Ғамирович. – Һиңә бер көслө генә, һине күтәрерлек ир кеше табырға кәрәк. Ул залда ултырһын. Һин, ир эҙләп тамаша залына төшөрһөң дә, кешеләр араһынан үҙеңә тиң ир эҙләрһең. Шунан теге ирҙең алдына барып ултыр. "Подставная утка" тиҙәр урыҫтар быны. Теге ир арыҫлан һине еңел генә күтәреп, сәхнәгә алып менә. Бер, ике тапҡыр һине күтәреп өйөрөлә һәм дә сәхнә артына алып сығып китә.
– Шәп идея был, Әсғәт Ғамирович, – тип Зөмбилә режиссерҙы үбеп тә алды. – Тик ул уҫлаптай ирҙе ҡайҙан табырға бит әле?
– Өфөлә ирҙәр бөтмәгәндер, уныһын ғына табырһың. Тик танылып торған артист булмаһын.
"Ҡылт" итеп Зөмбиләнең иҫенә күрше йортта йәшәгән, эсеүе арҡаһында ҡатыны менән айырылышҡан Сәлим килеп төштө. Филармониянан ҡайтышлай уҡ уға инергә булды. Өйөндә ир-ат ҡулы кәрәкһә, Зөмбилә гел генә уға өндәшә. Сәлим өйҙә ине. Ул гаражда эшләй, бөгөн ял итә икән.
– Һинең матур костюмың бармы? – тип һораны Зөмбилә инеү менән.
– Нимә, әллә ЗАГС-ҡа барабыҙмы?
– Юҡ. Көлкө кисәһендә, минең номерҙа ҡатнашырһың.
– Юҡ, юҡ, оялам мин халыҡ алдына сығырға.
– Оялма! Миңә ярҙам ит инде, номерға кәрәк тип ҡала буйлап ир эҙләп йөрөй алмайым бит инде. Аҡса бирермен үҙеңә.
– Ярар, улайһа, әйтерһең ҡасан, нисәгә барырға.
Шкафтағы кейемдәр араһынан концертҡа кейеп барырлыҡ костюм табылды. Бер нисә тапҡыр репетиция ла яһанылар хатта. Хәҙер инде Зөмбилә, үҙенең номеры бик шәп үтәсәгенә һис кенә лә шикләнмәне. Сәлим дә, үҙенсә бик тырышып әҙерләнде. Ни тиһәң дә филармония сәхнәһенә сыға бит!
Бына 1 апрель! Көлкө кисәһенә билеттар әллә нисә көн элек алынып бөткән. Зөмбилә матур итеп кейенгән, ҡырынған, сәсен алдырған Сәлимде тәүҙә танымай ҙа торҙо. Уға, үҙе алдан алып ҡуйған урынын күрһәтте. Номерҙы режиссер ҡараны, уныһы бик ҡәнәғәт булды, һәйбәт, тине.
Күңелле музыка менән башланып китте көлкө кисәһе. Интермедиялар, йыр-бейеү, яҙыусы-сатириктарҙың сығыштары гөрләп барҙы. Зал тулы тамашасы һәр номерға алҡышланы, рәхәтләнеп көлдө. Атҡаҙанған бейеүсе Гөлзилә Сабирова шаян бейеү – "Сабата" менән ҡатнашты. Бейеүҙең ҡуйылышы буйынса, сәхнәгә йырлай-көйләй килеп сыҡты ла сәхнә алдына барып ултырҙы. Төйөнсөгөнән бәләкәс кенә асылмалы көҙгө сығарып: "Әй, үҙем матурмын да инде" тине лә, ҡысҡырып көлөргә тотондо. Баҡтиһәң, көҙгөгә кемдер помада менән енес ағзаһы төшөрөп ҡуйған. Шаян бейеү икеләтә уңыш ҡаҙанды.
– Ирҙән уңып булманы! – тип башланы үҙенең сатирик монологын Зөмбилә Зәйҙуллина. – Инде биш иргә барып ҡараным, береһе ле йүнле булып сыҡманы, минең кеүек матур, бар яҡлап килгән ҡатынға тиң табылманы. Булмай инде булмағас, бер бәхетең булмағас. Береһе – ялҡау, береһе – алкаш, береһе – йыуаш, береһе – һуғыш суҡмары, иң һуңғыһы көнсөл булды. Түҙмәнем, айырылдым уныһынан да. Һеҙҙең арала юҡмы икән миңә тиң булырлыҡ нормальный, бай, сибәр ир. Мин үҙемде ҡарарға, оҙаҡ йоҡларға, тәмле ашарға, матур кейенергә, сәйәхәттә йөрөргә яратам. Бәлки, һеҙҙең арала барҙыр минең бөтә талаптарыма яуап бирерлек ир.
Зөмбилә, залға төшөп, тамашасылар араһынан ир "эҙләргә" тотондо. Бер олпат ҡына ир-уҙаманға килеп һүҙ башлағайны, эргәһендә ултырған ҡатын ырғып торҙо ла, ҡысҡырырға тотондо. "Ҡағылма кеше иренә, үҙең тап, кәнтәй. Былтыр шулай, бер артистка иремде саҡ тартып алманы". Халыҡ тәгәрәп көлдө. Зөмбилә был ҡатын янынан тиҙерәк китә һалды. Теге ҡатынды саҡ тынысландырҙылар.
Бына ул Сәлим янына килде.
– Бәлки, һиндер мин зарығып эҙләгән ир аҫылы! – тип Сәлимдең алдына барып ултырҙы.
Ҡыйыулыҡ өсөн, тип концерт алдынан бер яртыны бушатҡан Сәлим, аптырап торманы, Зөмбиләне ҡосаҡлап алды.
– Йәнем, әйҙә минең менән, – тип Зөмбилә Сәлимдең муйынын һығып ҡосаҡланы.
Сәлим, репетициялағы кеүек, Зөмбиләне күтәреп алды ла, алпан-толпан атлап сәхнәгә менеп китте. Шунан Зөмбиләне күтәргән килеш ике тапҡыр әйләнде. Инде сәхнәнән сығып бара ине, дөбөр-шатыр тәгәрәне. Зөмбилә иһә тағы ике метр тиерлек осоп барып төштө. Залдағы халыҡ "аһ" итеп ҡалды. Зөмбилә һүндерелмәгән микрофонға: "Аһ, инәңдең шуныһы", – тип ҡысҡырҙы.
Был хәлде күреп шаҡ ҡатҡан тауыш операторы Марат Йосопов, ҡаушауынан шаңдау бирә торған төймәгә баҫты. Зөмбиләнең ауыҙынан сыҡҡан, ҡағыҙға яҙмаҫлыҡ һуңғы һүҙҙәре залда ҡабат-ҡабат яңғыраны. Халыҡҡа етә ҡалды. Рәхәтләнеп көлдө, гөрләтеп ҡул сапты.
Зөмбилә, бөтә тәне ауыртыуҙан, оялышынан баш эйергә сыҡманы. Көлкө кисәһе артабан дауам итте. Сәлим иһә, был хәлдән һуң Зөмбиләнең күҙенә салынмаҫҡа тырышты.