+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
1 Июль 2025, 05:36

Һеҙ бит уҡы-тыу-сы-лар!

Заһиҙә МУСИНА — Хөрмәтле коллегалар, — тип һүҙ башланы мәктәп директоры Ғайсар Кәримович. — Быйылғы уҡыу йылында был һуңғы педсовет. Йәйгелеккә таралышыр алдынан инструктаж үткәрергә тигән бойороҡ төштө өҫтән. Уҡытыусы — йәмғиәттә иң хөрмәтле кеше. Беҙҙән уҡыусылар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә, РОНО ла күҙ алмай. Ял булһынмы, йәй булһынмы, өйөгөҙҙә ултыраһығыҙмы — барыбер уҡытыусы булып ҡалабыҙ. Шунлыҡтан, киләһе ҡағиҙәләрҙе үтәүегеҙҙе талап итәм. Уларҙы мин түгел, ә министрлыҡ яҙған. Иң беренсеһе — әлбиттә, кейем.

Һеҙ бит уҡы-тыу-сы-лар!Һеҙ бит уҡы-тыу-сы-лар!
Һеҙ бит уҡы-тыу-сы-лар!

— Башланды... — тип күҙенең ағын күрһәтте иң йәш уҡытыусы Зөлхизә Зәбибовна.
— Ниңә уфтанаһығыҙ, Зөлхизә Зәбибовна? Былтыр бит тап һеҙ ярым-яланғас һыу төшкәнегеҙ арҡаһында иреш-талаш ҡупты! Ата-әсәләр бөтөнләй эштән сығарылыуығыҙҙы талап итә ине. Ярай, һеҙҙең бәхеткә башҡа химиктар юҡ. Былай булһа... Һеҙ — уҡытыусы! Купальникта күргәндәренән һуң уҡыусылар һеҙҙе хөрмәт итер, тиһегеҙме? Юҡ!
— Атыу нимә? Мин аҡ блузка, юбка менән һыу инергә тейешме хәҙер? Ошо кейемем менәнме?! — тип ярһыны йәш уҡытыусы.
— Һыу төшмәгеҙ! Мин, ана, баҡсама душ эшләп ҡуйҙым — эҫе булһа, шунда инәм дә сығам. Буш мискә табығыҙ ҙа ҡараға буяғыҙ — ҡояш һыуҙы үҙе йылытасаҡ! Ниңә шул хәтлем нәмәнән проблема табаһығыҙ? Коллегаларығыҙҙан өлгө алығыҙ! Ана бит, Әлфиә Фәритовнаның бер тапҡыр ҙа ярым – яланғас һыу төшкәнен күргәндәре юҡ...
— Мине, етмешкә ҡараған әбейҙе, ярым – яланғас күререгә яҙмаһын! — тип шарҡылдап ебәрҙе Әлфиә Фәритовна.
— Әлфиә Фәритовна! — өҫтәлгә йоҙроҡ менән һуҡты директор. — Хахылдап көлөргә тиһәң, һеҙгә ҡуш! Ә бит беҙгә ялыу килде: баҙар бисәһе кеүек бер урам тултырып көләһегеҙ! Уҡыусылар ниндәй өлгө ала һеҙҙән? Балалар ҙа тәүҙә хахылдап көлә башлар. Шунан нимә? Наркотиктар ҡуллана башлаясаҡтармы? Урамда ҡысҡырып һөйләшмәйбеҙ, хахылдап көлмәйбеҙ! Һеҙ, уҡытыусылар, этикетты белергә тейешһегеҙ. Был икенсе ҡағиҙә булды. Ә өсөнсөһө һеҙгә ҡағыла, Фуат Әғзәмович.
— Ә минсе нимә? — тип аптырауын физрук. — Мин урам буйлап баҡырып йөрөмәйем, йөҙә белмәйем...
— Һеҙ телефондан күҙегеҙҙе алмайһығыҙ. Теге юлы үҙегеҙҙең битләүгә нимә тип яҙған инегеҙ? Иҫләтергәме? “Йомро икмәк аҫылынған”. Ә бер уҡыусы үҙенең битләүенә күсергән...
— Ну, ҡыҙыҡтайы... — тип аҡланды Фуат Әғзәм улы.
— Аҫылыныу һеҙгә ҡыҙыҡ инде, тимәк? Балалар быны нисек ҡабул иткәнен аңлайһығыҙмы һеҙ? Улар ғүмерлеккә психологик травма ала!
— Ярай, юйырмын ял яҙыуҙы, — тип ҡул һелтәне физрук.
— Яҙыуҙы ғына түгел — социаль селтәрҙәрҙе юйып ташлағыҙ! Бөтәгеҙ ҙә!
Коллективтың гөж килеүен Ғайсар Кәримович йәнә өҫтәлде йоҙроҡ менән туҡмап туҡтатты:
— Уҡытыусылар телефондан күҙен алмағас, ниңә уҡыусылар алһын, ти? Һеҙгә унда нещево делать! Уҡытыусы башҡа эштәр менән мәшғүл булырға тейеш: дәрескә әҙерләнеү, өйгә эш тикшереү, китап уҡыу... Нимә менән ваҡыт үткәрергә белмәһәгеҙ — яңы курстар үтеп, квалификация алығыҙ!
— Йә йәй буйы эсергә була, — тип хахылдап ебәрҙе Әлфиә Фәритовна.
— Әлфиә Фәритовна, етәр шаяртыуҙарығыҙ! Беҙ бында етди нәмә һөйләшәбеҙ! Әйткәндәй, алкоголь тураһында: уҡытыусыларға магазиндан спиртлы эсемлектәр һатып алыу тыйыла. Беренсенән, бөтә магазиндарҙа ла беҙҙең уҡыусыларҙың әсәләре эшләй. Икенсенән, балалар күреүе ихтимал. Бик тә ныҡ эскегеҙ килһә, үҙегеҙ ҡыуығыҙ ҙа, өйҙә бикләнеп кенә ултырып эсегеҙ. Атыу, көҙгөһөн Фәриҙә Әхмәровнаға ялыу килде — көпә-көндөҙ шампан шарабы һатып алған! Быны өс ата-әсә күргән! Һеҙҙең өсөн ғәфү үтенергә тура килде.
— Һуң, минең бит юбилей ине, — тип мығырҙаны Фәриҙә Әхмәровна.
— Булһасы! Хет туйығыҙ үтһен — әммә уҡытыусы улай оятҡа ҡалырға тейеш түгел! Аңлашылды?!
— Киләһе ҡағиҙә бик сетерекле, әммә әйтмәйенсә булдыра алмайым. Йәш уҡытыусыларыбыҙға ҡағыла: йәйгеһен ауырға ҡалырға ярамай. Юғиһә, көҙгә ҡорһаҡ менән киләсәкһегеҙ. Ә уҡыусылар шунда уҡ һеҙҙең нимә менән шөғөлләнгәнде аңлаясаҡ. Бындай нәмәне балалар һигеҙенсе класҡа тиклем белергә тейеш түгел!
— Ыста! Ә ҡасан ауырға ҡалырға тейешбеҙ инде, һеҙҙеңсә? — тип аптыраны Зөлхизә Зәбибовна.
— Иң ҡулайлыһы — март айында. Уҡыу тамамланғансы эс беленмәйәсәк, ә көҙгөлөккә инде декретта буласаҡһығыҙ.
— Хәҙер имтихандар тамамланғас, уҡыусылар һеҙгә бүләктәр, гөлләмәләр тотоп киләсәк. Бер нәмә лә алмағыҙ! Юғиһә, взятка һымаҡ буласаҡ.
— Һуң, улар бит ысын күңелдән, рәхмәт йөҙөнән алып килә бит, — тип шыбырҙаны Фәриҙә Әхмәровна.
— Һеҙгә рәхмәт кәрәкме?! — тип асыу­ланды Ғайсар Кәримович. — Ниндәй рәхмәт, ти?! Һеҙгә эш хаҡы түләнә! Имтиханға әҙерләү — һеҙҙең бурыс!
— Ул бурысты үтәйем тип, бурысҡа батып кителә әле ул, — тип уфтанды физрук Фуат.
— Ул ғына эш хаҡына бурыстар күп, артыҡ күп түгелме? — тип телләште Зөлхизә Зәбибовна. — Бәлки, икенсе педсоветта эш хаҡын арттырыу тураһында һөйләшербеҙ, ә?
— Китсе! — тип ярһыны директор. — Уйлағанығыҙ — аҡса! Оят булырға тейеш, Зөлхизә Зәбибовна, о-ят! Нисек аңламайһығыҙ?! Ниңә һеҙгә һаман барып етмәй? Һеҙ бит уҡы-тыу-сы-лар! Был эштә аҡса бөтөнләй роль уйнамай! Беҙ бында эш хаҡы өсөн, тиһегеҙме? Юҡ! Уҡытыусы булыу — ул булмыш!..

Фото: kasheloff.ru

Автор:
Читайте нас