+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
2 Июль 2025, 06:05

Мөнир ВАФИН

Хоҙай мине ҙур ҡолаҡлы итеп яратҡан. Шуның арҡаһында бала табыу йортонда әсәйем башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан нығыраҡ ҡысҡырған. Сөнки ҡолаҡтарым ҡамасаулаған. Үҫә-үҫә, йәшәй-йәшәй мин ул ҡолаҡтарҙың файҙаһын да, зыянын да етерлек күрҙем. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә, беҙҙе сафҡа теҙеп, урамға алып сығалар ине. Бөтөн балалар ҡулға-ҡул тотона, ә минең ике яҡтағы күршеләрем ҡолаҡҡа йәбешә. Имеш, ҡулдан тотоуға ҡарағанда шулай яйлыраҡ.

Мөнир ВАФИНМөнир ВАФИН
Мөнир ВАФИН

Мәктәп йылдарында насар билдәгә уҡыусы балалар минең арттағы партаға ултырырға тырыштылар. Уҡытыусы күҙенә күренмәҫ өсөн.
Хәрби хеҙмәткә ҡаралыр ваҡыт еткәс, комиссия иләктән үткәрҙе. Разведкаға ебәреп булмай — әллә ҡайҙан күренеп тора. Танкист булыр өсөн кабинаға һыймай, тип элемтә ғәскәрҙәренә ебәрҙеләр. Локаторҙар араһында бик күренмәҫ, тинеләр. Ватылған локаторҙарҙы ла алыштырып торор, тип өмөт иткәндәрҙер, күрәһең. Өмөттәрен аҡлай алманым, киреһенсә, локаторҙарға элемтә тоторға ҡолаҡтарым ҡамасау ғына тыуҙырҙы.
Хәрби хеҙмәттән һуң профессиональ спортҡа саҡырҙылар. Ҙур спортта ҙур ҡолаҡтарымдың файҙаһы тиерлек төрҙәрендә. Футбол һәм хоккейҙа ҡапҡасы булдым. Йүгереү, велосипед сабыштарына даими саҡырҙылар — ел уңай булған саҡтарҙа. Уңай һауа торошонда мин гел беренселекте яулайым. Ләкин финишта туҡтау ғына ауырыраҡ.
Ә бына йөҙөүгә яҡын да ебәрмәнеләр. «Алабыҙ, әгәр ҙә ҡул-аяҡтарың булмай, паралимпия уйындарында ҡолаҡ менән йөҙһәң», — тинеләр.
Тығынғансы эсәр өсөн дә ҡолаҡ ҡамасаулай. Эсеп ауыу менән ҡолаҡҡа баҫырға ғына торалар. Тыуған көндәрем минең өсөн матәм көндәре кеүек. Шул, ҡолаҡтан тартыу ғәҙәтенә була инде.
Беҙ элекке тормошта ниндәй ҙә булһа ҡош-ҡортмо, мал-тыуармы, йәнлекме булғанбыҙ, тиҙәр. Күрәһең, мин фил булғанмындыр инде. Ҡатын да шуны һиҙеп булһа кәрәк: «Их, ҡолағың ҙур булғансы, бүтән ерең ҙур булһа икән», — тип теңкәгә тейә.
Ҡатын бешергән аҙығының тәмен минең ҡолаҡтарға ҡарап белә. Ҡолаҡ һелкетеп тәмләп ашағанда өйҙә өйөрмә ҡуба.
Ҡолаҡтарым иртән урындан торғанда ла ауырлыҡ тыуҙыра. Ҡатындың баш аҫтынан тартып сығарырға тура килә.
Ҡолаҡтарҙың уңай яҡтары ла етәрлек. Пляжға барһам, минең өсөн ҡатын-ҡыҙ һуғыша — күләгәмә урынлашыу өсөн. Ямғыр яуған көндәрҙә лә, шулай уҡ, гүзәл заттар миңә һыйына. Ә мин берәү генә, барыһын да ҡәнәғәтләндерә алмайым.
Бала-сағалар араһында ла мин ҙур популярлыҡҡа эйә. Балалар баҡсаларына, мәктәптәргә Чебурашка ролендә уйнатыу өсөн миңә сират торалар.
Себен-серәкәй ҡыуырға, эҫе көндө ҡатынымдың баш осонда һелкеп уны елләтеп торорға ла алыштырғыһыҙ ул. Шуға ҡолаҡтарыма ҡыҙығыусылар ҙа күп булһа кәрәк — мин үткәндә арттарына боролоп, ҡыҙығып ҡарап ҡалалар.
Нисек кенә булмаһын, ғүмер буйы аҫып йөрөгәс, үҙ ағзаңа өйрәнәһең икән ул. Шуныһы ғына күңелде ҡырып ҡуя — миңә ҡасан да булһа ҡәбер ҡаҙыясаҡ кешеләрҙе ҡыҙғанам. Башҡа мәрхүмдәргә сығарғанға ҡарағанда, миңә тирҙәрен күберәк түгәсәктәр бит. Уларҙы ҡыҙғаныуҙан ҡолаҡтарҙың игелеген күреп йәшәргә лә йәшәргә әле иҫәп. Ярар, киттем — «попутного ветра» теләгеҙ!

Автор:
Читайте нас