+30 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
2 Июля 2025, 06:40

Тимур РӘХМӘТУЛЛИН

— Сәләм! – тигәнгә башымды ҡалҡытып ҡараһам, минең өҫтәл янында ҡояштай йөҙлө, күҙҙәренән нур бөркөлгән, балғалаҡҡа һал да йот инде, шундай матур, һылыу ҡыҙ тора.Был гүзәллекте күреп, хатта юғалып ҡалдым. Ауыҙымды асып ҡатҡан ерҙән, тамағым төбөнән саҡ-саҡ бер һүҙ һөйрәп сығарҙым:— Сәләм!Теге һылыу миңә ҡараны:— Һеҙ Шәһит булаһығыҙмы?— Эйе, – тинем дә, тиҙ генә тороп, уға ултырғысҡа ултырырға ярҙам иттем. – Ә һеҙ Шәһиҙәме?

Тимур РӘХМӘТУЛЛИНТимур РӘХМӘТУЛЛИН
Тимур РӘХМӘТУЛЛИН

— Эйе. Һеҙ ул хәтлем тулҡынланмағыҙ. Беҙ хәҙер эште йәһәт кенә хәл итербеҙ.
— Юҡсы, юҡсы, Шәһиҙә... Мин ни тулҡынланмайым. Һеҙҙе лә аңлайым, эшегеҙ ҙә күп – барыһына ла өлгөрөр кәрәк.
Дөрөҫ әйткәндәр икән уның тураһында: ут кеүек ҡыҙ, һәр эште ҡыҙыуында һуға, тигәйнеләр.
— Беҙгә ни бары ике аҙна ҡалды.
Аптырап киттем:
— Нимәгә?
— Туйға. Шуға беҙгә уйындар әҙерләргә кәрәк. Уларҙың барыһын да нисек әҙерләргә уйлағанмын... – Ҡыҙ сумкаһынан ҡуйын дәфтәрен сығарҙы. – Һин бер өс-дүрт эшләпә, егермеләгән шарҙар, ике-өс метр оҙонлоғондағы ике лента алып кил...
Һылыу ҡыҙ нимәләр алыр кәрәк икәнен теҙҙе генә. Хатта иҫемдә ҡалдырып өлгөрә алманым. Ысынлап та, был ут-ҡыҙ икәненә тағы бер тапҡыр инандым.
Шунан минең аңлап өлгөрмәүемде һиҙепме, йылмайып ҡуйҙы:
— Шәһит, ҡайғырмағыҙ. Быларҙың барыһы өсөн дә аҡса бирҙеләр. Ниңә уларҙың бөтәһен дә теҙеп һөйләп ултырам әле — һиңә шул аҡса менән исемлекте бирермен, барып алырһың. Атыу, үҙем алып өлгөрмәйем.
— Ярай.
— Ә һеҙҙе балаларҙы ныҡ ярата, тигәйнеләр. Шулаймы?
Мин уйға ҡалдым:
— Ну... яратам, әлбиттә. Әллә һеҙҙең балаларығыҙ бармы?
Ҡыҙ оялып китте:
— Юҡ. Туйҙың бер өлөшөндә килгән балаларҙы уйнатып алырға ине. Яңы ғаиләнең бала яратыуҙарын белдерер өсөн...
Үҙем эстән генә ҡыуанып та ҡуйҙым: был ҡыҙ балалар, тиеп, өҙөлөп тора!
— Атыу, миңә балдаҡ алыр кәрәк бит.
— Һеҙ нимә? Уның өсөн ҡайғырмағыҙ. Беҙ уны алдыҡ. Улар миндә, йәғни өйөмдә ята.
— Ә размеры тап килмәһә?
— Нишләп тап килмәһен — беҙ бит уны үлсәп тороп алдыҡ.
— Мөмкинме һеҙгә бер һорау бирергә? Үпкәләмәҫһегеҙме?
— Нимәгә?
Ут-ҡыҙ янында ут булмаһаң, ундай хазинаны юғалтыуың да мөмкин тигәндәй, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булдым:
— Ике аҙнанан туй була. Бергә йәшәй башлағас, “минең ҡулымды ла һораманың”, тиеп гел иҫләтеп торһағыҙ? Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙең бөгөн үк йөрәгегеҙҙе һорайым, ә балдаҡты иртәгә алып килеп бирермен. Шәһиҙә, сығығыҙ миңә кейәүгә!
Ҡыҙҙың күҙҙәре ҙурайып китте:
— Был “Ике йөрәк” кафеһымы? Һеҙ ысын Шәһитме? – тип һорап ҡуйҙы.
— Эйе. “Ике йөрәк” кафеһы. Һеҙ әллә минең Шәһит булыуыма шикләнәһегеҙме? Хатта паспортымды күрһәтергә мөмкинмен. Ә һеҙ үҙегеҙ Шәһиҙәме ул?
Шунан ҡыҙ аптырап:
— Нисек Шәһит? Һеҙҙең ысын исемегеҙ Данис түгелме ни?
— Ниндәй Данис булайым? Мин – Шәһит. Ә һеҙ уҡытыусы Шәһиҙәме?
— Юҡ. Мин – студент ҡыҙ, – тине ҡыҙ башын тотоп. – Мин бит әхирәтемдең туйындағы шәһит буласаҡ Шәһиҙә ҡыҙ. Ә мин һеҙҙе шаярып һөйләшеп ултырған Данис исемле Шәһит егет, тип уйланым...
— Юҡ, мин Шәһит егет түгелмен. Юҡ. Егетмен, тик Шәһит егет түгелмен. Таныштарым Шәһиҙә исемле уҡытыусы ҡыҙ менән таныштырабыҙ, тип “Ике йөрәк” кафеһын әйткәйнеләр. Атыу, ғәфү итегеҙ, икенсе Шәһиҙә менән бутаһам...
Бутап ҡуйманым, яҙмышыма рәхмәтлемен. Бөгөн – бер йыл үткәс, беҙҙең туйыбыҙ. Ә “шәһиттәр” – уның әхирәте менән тормош иптәше.

Автор:
Читайте нас