

Танышыу сайтына ҡуйылған фотолағы 37 йәшлек сибәр егет килде. Өҫтәл артына утырыу менән ул ҡатын-ҡыҙ вазифалары тураһында аҡыл һата башланы. Әгәр беҙҙең мөнәсәбәттәр етди була ҡалһа, мин ир һүҙенән сыҡмаҫҡа тейеш, ир һәр ваҡыт хаҡлы. Мин эшләргә һәм үҙ сығымдарымды үҙем ҡапларға тейеш булам. Әле, бынан тыш, ҡатындың ғаиләгә лә аҡса кертеүе шарт.
Ошоларға өҫтәп, ҡатын-ҡыҙ өйҙө тәртиптә тоторға, дөрөҫ туҡланыу буйынса ашарға бешерергә бурыслы, сөнки ул - спортсы. Ир-егет заты булған коллективта эшләргә ярамаясаҡ. Ғөмүмән, башҡа ир-ат менән аралашыу тыйыла. Сәйәхәт итеүемде лә бер ҙә яратманы. Йәнәһе, аҡса туҙҙырып йөрөйөм. Үҙенең дә бер ҡайҙа ла барғаны юҡ икән һәм барырға йыйынмай. Гүзәл затҡа сәскә бүләк итеүҙе лә хупламай. Шулай уҡ аҡсаны елгә осороу тип һанай. Машинаһы юҡ, сөнки уны кәрәк тип тапмай. Шулай ҙа уны өйөнә тиклем илтеп ҡуйыуымды һораны. Ә мин "не по пути" тип ҡотолдом. Ҡыҫҡаһы, кафела үҙем өсөн үҙем түләнем дә, унан тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡарап, өйөмә ҡарай елдерҙем".
Фото: ru.pinterest.com