

Кис буйы мыжыны: ял көнө ятырмын тигәйнем, юлға сығырға тура килә инде, миңә ауыр, уңайһыҙ, ҡыҫҡаһы, әйтмәгән зары ҡалманы. Өс-дүрт сәғәттән түҙмәнем, атайыңа шылтыратып, бармайым, тип әйт, тинем.
Шылтыратты. Ә мин шуны белдем: мин яуыздарҙан-яуыз ҡатын икәнмен, иремде бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, ата-әсәһе менән араһын боҙорға маташам, ә әсәһе уны был турала күптән иҫкәртеп ҡуйған.
Т. ҒАТИНА.