Вәт, ҡыҙҙар!
ЗАГС-та ғаризалар ҡабул итеп ултырам. Ашығып бер ҡыҙ инде, ҡулында ике паспорт.– Никах теркәргә ғариза яҙырға мөмкинме?– Мөмкин.Бланк алып биреүем булды, енләнеп бер егет килеп инде лә ҡысҡырырға кереште:– Паспортымды бир! Ҡәбәхәт!Егет ҡыҙҙың ҡулынан паспортын тартып алды ла күҙенә аҡ-ҡара күренмәй сығып йүгерҙе. Ҡыҙ иһә бер нәмә лә булмағандай миңә ҡарап йылмайҙы:– Бланкты алыҫҡа алып ҡуймағыҙ, беҙ хәҙер яңынан киләсәкбеҙ.