

Ауылда бер эскәнерәк апай була торғайны (ауыр тупрағы еңел булһын). Йыл һайын тигәндәй бала таба. Шуны ҡарауыллап, көсләп учетҡа ҡуйып, эсермәҫкә тырышып, яңы тыуған балаларын терелтеп алырға маташып ҡыяла торғайны әсәй. Ҡустылар менән тиҫтер балалары ҡуша имеп беҙҙә лә торғоланы. Аҙыраҡ теремекләндереп, вес йыйҙырып биргәндер инде. Үлмәһендәр тигәндер...
Ҡыҫҡаһы, шул апай ҙа ҡартайған, әсәйем инде күптән пенсияла саҡта, бер йәй, көтөү килгәнен көтөп эскәмйәлә ултырһаҡ, теге апай һуҡмыш ҡына булып үтеп бара. Үҙе һаман әсәйемде кәзәкләп килә:
--Әлтә (Аэлита)! Биримин буғаным бит әпәт. Нишәп мине ҡарамайың?
--Бумаһа кәрәк! – ти әсәйем. Эскән кешене күрһә с пол оборота көйә лә китә торғайны бит инде.
--Биримин бисәләрҙе какпалужны ҡарамай тип үргә жалытсы итәм, ушти аны.
--Итмәһәң кәрәк. Хәҙер миңә үре ни ҙә, түбәне ни.
Теге апай быны ҡыҙҙыра алыуына күңеле булып кеткелдәп көлә-көлә үтеп китә. Ә миңә “биримин” тигән һүҙ бик оҡшап ҡалып, лаҡап итеп алдым. Хәҙер затта ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара шулай һөйләшәбеҙ: биримин булған ти, бириминһыңмы әллә, шул килен биримин икән, Аллаға шөкөр.