+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
13 Август 2025, 08:30

БАБАЙ ҺӘМ ТИНЛЕКТӘР

Супермаркетта һағыҙ алғас, сиратҡа баҫтым. Ғүмерҙә булмаған хәл, бер юлы өс касса эшләй! Иң ҡыҫҡа сиратлыһына – ике генә кеше торғанына барып баҫтым.Алдымда – йәш кенә ҡыҙыҡай менән етмеш йәштәрҙәге бабай. Ҡыҙыҡай ике-өс минутта иҫәпләште, ә ҡарттың ҡулында бер шешә араҡы, ул да тотҡарланмаҫ.Ҡарт шешәне өҫтәлгә ҡуйҙы, кассир сумманы әйтте: 347 һум. Бабай оҙаҡ уйлап торманы, сумкаһынан банка сығарҙы. Унда... илле тинлектәр, ара-тирә бер һумлыҡтар күренгеләй. Кассир һатып алыусыға өтөрҙәй итеп ҡараны ла өндәшмәй генә һанарға тотондо.

БАБАЙ ҺӘМ ТИНЛЕКТӘРБАБАЙ ҺӘМ ТИНЛЕКТӘР
БАБАЙ ҺӘМ ТИНЛЕКТӘР

Ошо ваҡытта ниңәлер башҡа кассалар ябылды, халыҡ минең арттан теҙелә башланы. Биш-ете минуттан һуң кассир сумманы атаны: 230 һум, тағы ла 117 һум өҫтәргә кәрәк. Шунда бабай йәһәт кенә сумкаһына тығылды ла тағы ла бер банка килтереп сығарҙы. Быныһында ла тинлектәр...
Сират тынып ҡалды: кемгәлер ни менән бөтөрө ҡыҙыҡ тойолдо, кемдер меҫкен бабайҙы ҡыҙғанды. Ҡиәфәтенә ҡарағанда, эскесегә лә оҡшамаған, бөхтә кейенгән, ҡырынған. Ҡунаҡ-маҙар көтәлер, шуға ғүмер буйы йыйған тинлектәрен тотоналыр, тип уйлайым эшһеҙлектән.
Биш минуттан кассир башын күтәрҙе: тағы ла 40 һум кәрәк! Бабай аптырап ҡалманы, тинлектәрҙе йыйып алды ла ашыҡмай ғына банкаларға тултырҙы. Шунан буш ҡул менән сығып китте, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, ул аҡса янсығынан 500 һумлыҡ сығарҙы...

Автор:
Читайте нас