Эйе, былтырғы ялым да июлдең иң эҫе көндәренә тура килгәйне. Мунса кеүек ҡыҙған бүлмәлә, исмаһам, көндөҙ тик кенә торорға ла бит, юҡ инде: телевизорҙан яратҡан һинд киноһы ҡарап ултырам, тик күҙ әленән-әле штукатуркаһы ҡубып, йәмһеҙ булып торған түшәмгә, буяуы ҡупҡан, боҙоҡ диванды шыуҙырыуҙан тәрән эҙ ҡалған, соҡорло-саҡырлы иҙәнгә төшә лә йән көйә. Элек ауылда шундай соҡорға ҡай саҡта бесәйгә һөт һалғандары иҫкә төштө. Юу-уҡ, беҙҙекенең үҙенең һауыты бар – хатта тәҙрә аҫтында икәү тора. Ныҡ ҡыҫыҡ булһа ла, уларға ғына урын таптыҡ. Бесәй үҙе генә бында түҙеп ултыра алмай – көнө-төнө тышта йөрөй, бүлмәгә ашар һәм йоҡлар өсөн генә ҡайтып китә. Әле лә аҡлы-ҡаралы йөнтәҫ мыраубайыбыҙ эргәлә генә ғәмһеҙ йоҡлап ята. Уға рәхәт, ә беҙгә ошонда нисектер донъя көтөргә кәрәк: афған һуғышы ветераны ғаиләһе булараҡ, торлаҡ сертификаты булһа ла алырбыҙ, тип өмөтләнгәйнек тә, урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, «Ветерандар тураһында»ғы фкдкральзакондың 21-се статьяһындағы аңлашылмаған пунктҡа һылтанып, ташламалы сираттан һыҙҙы ла ырғытты. Ярай инде – уларҙың тауыҡ ятып көлөрлөк аҡсаһы ипотеканың беренсе иғәнәһенә лә етмәй, үҙебеҙгә тырыштырырға инде нисек тә. «Ниңә юғарыға яҙмайһың?» – тиерһегеҙ. Яҙҙым. Биш йыл буйы яҙҙым. Үҙебеҙҙең төбәк етәксеһенә, ваҡыты юҡ тип, яҡын да юлатманылар, ә ярҙамсыларына йөрөүҙән фәтеүә булманы. Һуңынан Рәсәй прокуратураһына ла, ҡала советына һәм хакимиәтенә лә, Аҡ йортҡа ла, төҙөлөш комитеттарына ла, Мәскәүгә – Путинға ла, ошо Конституцияға төҙәтмәләр индереүҙә тап уларҙың тура ҡыҫылышы барҙыр тип, илебеҙҙең Йәмәғәт палатаһына ла яҙҙым. Яҙмаған ер ҡалманы, ул юристарға йөрөп аҡса түгеүҙәр – иҫ киткес... Иң аптыратҡаны: шул мөрәжәғәттәрҙе, хаттарҙы, проекттарҙы, бер инстанциянан икенсе инстанцияға күсереп йөрөтәләр-йөрөтәләр ҙә, кире үҙемә ебәрәләр. Ҡыҫҡаһы, бер ниндәй һөҙөмтә юҡ – ниндәйҙер «замкнутый круг» ҡына килеп сыға.
Ләкин беҙ танауҙы төшөрмәйбеҙ: утыҙ ете йыл түҙгәнде, нисек тә түҙербеҙ тип, үҙебеҙҙе тынысландырабыҙ, бәлки, ҡасан да булһа, аҡса йыйып, ипотека ярҙамында кешесә йәшәргә мөмкинлек булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Нимәгә зарланырға: ятаҡ ҡала үҙәгендә, интернет, кабелле телевидение бар, йылы һыуы ағып тора, магазиндар яҡын. Берҙән-бер үҙәккә үткәне – ҡыҫыҡлыҡ. Кеше саҡырырлыҡ та түгел. Әйткәндәй, ошо хаҡта журналда ла, гәзиттә лә «Метраж, йәки йәшәү ысынбарлығы» тигән хикәйәм дә сыҡҡайны – унда «кетәк» тормошом тәфсирләберәк яҙғайным...
Икенсе яҡтан, иркенләп боролорға урын булмаһа ла, күркәм йәшәге лә килә бит әле! Шуға «кетәк»тең әле теге мөйөшөн, әле был мөйөшөн матурлап маташам, евроишек, евротәҙрә ҡуйҙырттым, һыу үткәреп, хатта душ кабинаһына, унитазға, раковинаға урын таптым (ышанырлыҡ түгел, ләкин шулай).
Былтыр теге торлаҡ сертификатына өмөт бар ине әле. Тиҙҙән сират килеп етә, тип шатланып, ошо «кетәк»те һатып ебәрергә уйлап (ундай ахмаҡ табылһа), ипотека ҡоллоғо ла оҙаҡҡа һуҙылмаҫ ине тигән өмөт менән, йәйге отпускымда тағы ремонтҡа тотондом. Иң тәүҙә күптән нервыны ашаған түбәне матурларға уйлап, төҙөлөш баҙарына киттем. Унан алты кило ҡоро «Ротбонд» штукатуркаһы, өс һауыт шпатлевка, бумала, дүрт метрлыҡ махсус клеенка һатып алдым. Ап-аҡ ҡына акрил буяуым, шпателдәрем бар ине.
Күсерергә урын булмағас, һәр бер миллиметрҙы һаҡсыл ҡулланырға тырышып, бармаҡ тығырлыҡ та урын ҡалдырмай, ныҡ тығыҙ урынлашҡан «интерьер»ҙы клеенка менән ҡаплап, өс кенә аяҡлы, һелкенеп торған өҫтәлдә, үҙем дә канат өҫтөндә саҡ-саҡ баланс һаҡлап йөрөгән акробат кеүек ҡалтырап, түшәмде ҡыра башланым. Бер юлы һыулап, «Ротбонд» менән һылап барам. Шыбыр тиргә, баштан-аяҡ туҙанға батһам да, эште туҡтатыу юҡ. Төш еткәс, тиҙ генә сәй эсеп алам да, артабан эште дауам итәм. Бер туҡтауһыҙ башты өҫкә ҡыйшайтып эшләгәнгәлер инде, йоҡларға ятҡас, муйын, ике ҡул түҙгеһеҙ ауырта. Өсөнсө көнөнә тамам арытты. Иң нығы эҫелек үҙәккә үтә. Ахыры, шуға уяулыҡты юғалтып ебәргәнмен: теге ҡалтыр-ҡолтор өҫтәлдең бер аяғы туҡтауһыҙ күсереүҙән һурылып сыҡҡан икән, бер заман ҡыйшайҙы ла китте. Уң яҡҡа ауып барғанымда виртуоз рәүештә диванға һикереп өлгөрҙөм.
Ике көндән һуң түбәне аҡлап бөттөм. Шунан һуң бер көн ял итергә лә бит, юҡ – пластик тәҙрәгә тотондом. Ҡасандыр, үтә аҡсаһыҙ интеккәндә, тәҙрәне яңаҡһыҙ, тупһаһыҙ ғына эшләткәйнем. Аҙаҡ быға үкендем, әлбиттә – ике әҙәм килеп, тәҙрәне монтаж күбеге менән ҡатырып ҡуйҙы ла китте, ә өңөрәйеп ҡалған, киңлеге ун биш, тәрәнлеге алты-ете сантиметр тирәһендәге дүрт уйымды миңә ҡапларға ҡалдырҙылар. Ҡышҡы каникулым шуның менән булашып үтте. Бер ҡатлылығым менән, етер тип, иң тәүҙә биш кило ғына «Ветонит» алып ҡайтҡайным. Ҡайҙа ул – өҫкө өлөшөнөң яртыһын саҡ ҡапланы. Уйым тәрән, иҙмә лә, асыуҙы килтереп, йәбешмәй, сәпелдәп кире төшөп ыҙалатты. Аҙаҡ ҡырҡып алған монтаж күбеге ҡатыларын клей менән йәбештереп, иҙмәне шуларға һыларға башҡа килде. Ҡалған уйымдарға ла, төрлө ағас киҫәге, сепрәк-сапраҡ тултырҙым, шулай булһа ла, тағы ла ун кило «Ветонит» кәрәк булды...
«Кетәк»тең ярты мөлкәте, әлбиттә, тәҙрә төбөнә ҡунаҡлаған: гөлө лә шунда, банкалары ла, һауыт-һабаһы ла... Ҡыҫҡаһы, нимә һыйҙырып була, шунда күсә. Тәҙрә төбө шуға һыуланып, ике ай ҙа үтмәй, штукатуркаһы ҡубып, бик йәмһеҙләнде. Һылап, буяп та ҡараным – файҙаһыҙ. Иң яҡшыһы, яңы тупһа ҡуйыу ине. Тағы кеше ялларғамы икән ни? Анау евроишекте ҡуйҙыртҡан көн иҫкә төшөп, күңелгә ныҡ ҡыйын булып китте: бик һөмһөҙ, ауыҙынан сыҡҡанды эт ашамаҫ мәғәнәһеҙ кеше килеп ҡуйғайны уны. Шунан бирле бүлмәгә бер кемде лә саҡырғы ла, сит кешене күрге лә килмәй. Ярай ҙа, улар эшләгәндә икенсе бүлмәгә сығып торорға мөмкинлек булһа, ҡайҙан инде – шул, әлеге лә баяғы, ус төбөндәй урында терәлешеп тиерлек йөрөргә кәрәк. Юҡ, минән булмай был, үҙең эшләү мең тапҡыр яҡшыраҡ, тигән фекергә киләм. Ниңә, бармаҡты сүкеш менән төйөп булһа ла, быға тиклем бүлмәгә нисә кәштә эшләп ҡуйҙым? Хәҙер инде электр дрелен дә ҡуллана беләм...
Ярай, һатыусы менән кәңәшләшермен тип, төҙөлөш баҙарына киттем. ПВХ тәҙрә тупһаһы һатыусынан: «Мин үҙем генә булдыра алырмынмы икән?» – тигәс, ул: «Әлбиттә!» – тине, һәм бик ентекләп, тупһаны нисек ҡырҡырға, нисек ҡуйырға өйрәтә башланы, хатта, схемаһын һыҙғылап бирҙе. Ҡыҙым менән ауыр тупһаны саҡ күтәреп ҡайттыҡ. Юлда бөтөн халыҡ ҡыҙыҡһынып беҙгә ҡарай. Нимәһе ҡыҙыҡ икән? Ҡатын-ҡыҙ ғәҙәти булмаған әйбер күтәреп барғанғамы икән? Эй-й-й... Оҙон-оҙон – өсәр, дүртәр метрлы төҙөлөш материалдары: йә ишек профилдәре, йә таҡта, йә плинтус, йә гардина һөйрәп ҡайтыуым бер тапҡыр ғына булманы инде...
Схема буйынса, тупһаны урынлаштырыу эшенә керештем. Штроба тигән һүҙҙең нимә аңлатҡанын онотҡанмын. Ә-ә-ә, ике яҡтан уйым яһап, тупһаны шунда индереп ҡуйырға, тине бит әле. Сүкеш менән ҡасау алдым да, шаҡ та шоҡ һуғып, кирбес-бетонды киртләс-киртләс итеп ҡырҡып төшөрә башланым. Уф, йән-тиргә төштөм. Бетон аҡтарыу ҡатын-ҡыҙ эшеме ни инде тип, ник тотонғаныма үкенеп тә ҡуйҙым, ләкин башлағанымды аҙағынаса еткерергә булдым.
Ниһайәт, уйымдар әҙер. Дәфтәр менән ҡәләм, линейка алып, тупһала билдәләр яһайым. Ой-ой-ой!.. Мин математик та, һыҙмасы ла түгел – килеп сығырмы икән һуң?.. Ярай, һыҙыуын-һыҙҙым да, уларҙы ҡул бысҡыһы менән тип-тигеҙ итеп ҡырҡырға ла кәрәк бит әле!.. Бысҡыны терәп тартҡайным, ул ҡуҙғалырға уйламай ҙа. Дивандағы бесәй: «Шунан, булдырырмын тип уйлайһыңмы?» – тип көлгән кеүек, күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк, эшләгәнде ҡарап ята. «Булдырам!» – тинем дә, тағы тарттым. Әҙерәк сыйылды шикелле... Оһо, былай булғас барасаҡ, ур-ра!.. Ҡулдың хәле бөттө, маңлайҙан юлаҡ-юлаҡ тир аға. Быға иғтибар итмәй, тағы бер-ике минут аҙапланғас, күрәм, ҡыйыш бысып барам... Бында ла яйын таптым: бысаҡ алып, һыҙыҡ буйынса юл яһай башланым. Ой, пластик ҡаты – үтмәй!.. Ул да булмай, бысаҡ ҡыйшайҙы ла, бармаҡты ҡырҡты. Ирҙәрсә яман итеп һүгенеп ебәрҙем.
Ҡыҫҡаһы, бысып бөткәнсе, йөҙөм, һинд киноларында гел кире образдарҙы һынландырыусы актер Прем Чопраныҡы кеүек, асыулы йәмшәйгәйне. Әллә шуға ҡурҡып, бесәйҙең дә күҙҙәре таҫырайып, минән алыҫҡараҡ күсеп ятты. Иҙәндәге туп-тулы аҡ пластик киҫәктәрен йыйып алдым да, артабан эшемде дауам итәм. Ҡылт итеп иҫкә төштө: теге һатыусы, тупһа аҫтына дүрт штук шаҡмаҡ ағас киҫәктәре һалып ҡалдырырға, тигәйне бит! Уларын ҡайҙан алырға инде, тип баш ватам. Зыҡ ҡуптарып эҙләнә торғас, саҡ бер оҙонса ағас таптым. Ай, Хоҙайым, уныһы тимер кеүек ҡаты: быса башлағайным, бысҡым, зыңлап, йә уңға, йә һулға ҡайҡайып, Көнсығыш бейеүен «бейей» башланы. Нисек һынмағандыр ул – аптырайым. Оҙаҡ итеп хитланғас, тәки киҫкеләнем. Хәҙер инде тупһаны ике ултырғысҡа һалырға ла, монтаж күбеге менән эшкәртергә кәрәк ине. Ярай, һалдым, трубкалы клей менән иҫке тупһаны ла, яңыһын да эшкәрттем дә, кипмәҫ элек тип, тиҙерәк күтәреп һалырға иткәс, көсөмдөң самалы икәнен тойҙом. Ләкин ярты юлда туҡтап ҡалайыммы? Юҡ, шалишь, мәйтәм... Тәки һалдым!.. Тик был нимә? Тупһа ҡыйыш ята!.. Паника башлана тигәндә, тағы ла бер тапҡыр уны йәнтәслимгә эс менән этеп ебәргәйнем, теге шып итеп кенә, тигеҙ генә урынына ултырҙы ла ҡуйҙы. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай, тантана менән, ап-аҡ, тап-таҙа тупһаға оҙаҡ итеп һоҡланып ҡарап торҙом. Иң аҙаҡта теге «штробить» иткән урындарҙы «Ветонит» һәм шпатлевка менән ямап та ҡуйҙым.
Йә, тәҙрә тупһаһы һынлы тәҙрә тупһаһы ҡуйғас, ниңә тағы өс кәштә яһап этләнергә кәрәк булды инде миңә? Иртәгәһенә шуларҙы эшләй башланым. Тик стенка таҡталары үтә ҡаты, шыуғалаҡ була икән: бысыуы бер яфа, аҙаҡ, тишәм тигәс, тишелмәй: дрелдең осо таҡылдап бейеп тик тора. Баҡтиһәң, нәҙегерәк бырау ҡуйырға кәрәк имеш, ә ул миндә юҡ. «Эй!» – тинем дә, үҙемдең ысул менән генә эшләргә булдым: стенаға ла, таҡталарға ла, отвертка менән саморездар бороп, кәштәләрҙе уголок менән беркетеп ҡуйҙым.
Йәш кешеме ни мин – ике көндән ҡан баҫымы күтәрелеп, башым ҡыҫып ауырта, йөрәгем тулай башланы... Аптырап, бер аҙнанан табипҡа барҙым. Ул да: «Һеҙҙең йәштә артыҡ көсөргәнергә ярамай!» – тип, әллә күпме дарыу яҙып, уколға йөрөргә ҡушып ҡайтарып ебәрҙе. Кеше булып алғансы, үҙемдең эшемә сығырға ла ваҡыт етте...
Шул хитланыуҙарҙы онотоп, быйыл тағы ла, отпуск башланыу менән «кетәк» эсен байҡарға тотондом. Ҡайҙа тишек-тошоҡ бар, ҡайҙа буяуы ҡупҡан, обойы һыҙырылған – тикшерәм. Анау раковина өҫтөндәге өс плитка, гипсы онталып, әллә ҡасан ҡалтыр-ҡолтор килеп нервымды ашай ине – шуны аҡтарып, декоратив панель йәбештерергә ҡарар иттем. Ярай әле былтыр яңы ишекте «Ветонит» менән ҡаплағанмын, ҡуйғандан һуң ҡарарлыҡ та түгел ине: тирә-яғы емерелеп, кирбестәре ҡурҡыныс өңрәйеп торҙо. Ул ваҡытты иҫкә төшөргө лә килмәй: йөҙлөктәрҙе тик алюминий профиль ярҙамында ғына саҡ тигеҙләп булды. Уның ҡарауы, быйылға эше әҙ, тип тынысландырам үҙемде.
Ләкин иң тәүҙә яңы алған һыуытҡыс башында туҙып ятҡан әйберҙәргә урҙа эшләп алырға кәрәк, ә бының буйынса мине үҙ эшенең оҫтаһы тиһәң дә булалыр. Урын етмәгәс, нимә эшләйһең инде... Иҫке «Саратов» һыуытҡысы өҫтөнә лә элеп ҡуйғайным мин уны. Нисә йылдар хеҙмәт итте – рәхмәт инде. Тик яңы һыуытҡыс бейегерәк булғас, урҙаны алып ташларға тура килде, ә кейем-һалым элергә урын юҡ. Киңлеге 39 сантиметрлыҡ тар шкаф ҡына етмәй, өҫтәл, диван аҫты ла шыплап тултырылған. Берҙән-бер буш урын – һауыт-һаба шкафы менән стена араһында ҡыҫылып торған диван. Урҙаны шуның өҫтөндә һуҙырға булдым.
Әлеге шул төҙөлөш баҙарына барып, метр ярымлыҡ торба ҡырҡтырып алдым, бер килгәс тип, ванналағы линолеум киҫәгенең теткеләнеп ятҡан ситен ҡаплар өсөн махсус әҙер тупһа комплекты, раковина өҫтөнә йәбештерергә декоратив панель, монтаж клейы эләктерергә лә онотманым.
Икенсе көн сүкеш менән отвертка алып, саморездар ярҙамында торбаның ике яҡтан тота торған ҡыҫҡыстарын беркетә башланым. Шкафына еңел генә бороп индерҙем, ә стена ҡом кеүек ишелеп тора – ҡағыу ҙа, бороу ҙа файҙаһыҙ. Тағы ла бауға элергәме икән ни? Эш шунда: ҡасандыр, утыҙ йыл элек, ҡустым ниндәйҙер ғиллә менән бейеккә, түшәмгә елле генә дюбелдәр ҡағып киткәйне, шулар һаман тора әле. Бик кәрәк булдылар – яңыраҡ телевизорҙы ла, кронштейнын йыйғас, бау үткәреп, шуларға элдем. Әле лә, ҡыҫҡыс стенанан инәрле-сығарлы торғас, бау менән аҫтым да ҡуйҙым.
Артабан теге алюмин тупһаны иҙәнгә ҡаға башлағас, артығын ҡырҡып алайым тиһәм, ҡайсы үтмәй. Уға сүкеш менән тондороп, бысаҡ менән бысып, саҡ һындырҙым тегене. Ҡуйғас, ванна иҙәне матур булып ҡалды.
Өсөнсө көн декоратив панелгә тотондом. Уф, торлаҡҡа сертификат бирмәйәсәктәре иҫкә төштө лә, тағы ла ныҡ яманһыу булып китте. Кәйеф юҡ, ләкин үҙемде нисек кәрәк ваннаға барырға мәжбүр итәм. Бесәй шым ғына мине күҙәтеп, диванда ята. «Бөгөн ни ҡуптармаҡсы булаһың?» – тип уйлайҙыр инде үҙенсә.
Панелде үлсәп кенә ҡырҡып, монтаж клейы менән буяным да, стенаға йәбештерергә тотондом...
Былай ҙа кәйеф юҡ ине, панелде тигеҙ генә итеп ҡуйып булмаҫын аңлағас, бөтөнләй танау төштө. Аҫта кәштәнең угологы сығып тора, шул ҡамасаулай икән. Панелде кире алып, клейҙы нығыраҡ буяп, тағы йәбештерергә маташам. Ах, яуыз! Өҫкө яғын кәштә аҫтына ҡыҫтырып булмай, аҫтан, киреһенсә – артығы һәленеп тора! Панелде ел кеүек йүгертеп тахтаға һалып, шатырлатып ике сантиметр ҡырҡып ырғытам да тағы ҡуям. Тик нимә? Душ кабинаһы артындағы обой стенанан айырылып торған икән – шул арҡала панелдең бер яғы йәбешмәй ҡалған: елберҙәп тора. Ниңә генә һатыусыға: «Иң арзан клей бирегеҙ», – тип әйттем икән тим, үҙемде әрләйем. Былай, «Момент» клейы сифатлы һанала, бәлки, күберәк тондорорға кәрәктер тип, панелде тағы буяным да, ярһып килеп, йомарлап тиерлек кабина артына тыҡтым... һәм бармаҡты яраланым. Был һуңғы тамсы булды, ахыры.
– Ах!.. Нимә тип унда өлпөлдәп, ҡамасау булыр тораһың?! – тип, әсе итеп сыйылдап ебәрҙем дә, обой киҫәген дошманым кеүек күреп, йән асыуға йолҡоп алдым. Быға тиклем йоҡомһорап, шым ғына мине күҙәтеп ятҡан бесәйҙең күҙе шар булып, бәрелә-һуғыла диван аҫтына ҡасты.
Бармаҡ ҡайғыһы юҡ, ҡан ағамы-юҡмы – ҡарамаҫҡа тырышам, тиҙерәк ошо йән көйҙөргөс эштән ҡотолғо килә. Шуға, һарыуым ҡайнап, панелде ырғыта тартып алам да, тағы ла тахтаға һалып буяй башлайым. Клейы ла бит саҡ-саҡ аға!.. Энә күҙәүендәй тишек эшләгәндәр тип, бар асыуымды шуға төшөрҙөм: эргәлә ятҡан ҡайсыны алып, тюбигын шатырлатып уртаға ҡырҡып ебәрҙем.
Раковина өҫтө былай матур булып ҡалды. Яртыһын ҡалдырып торҙом инде – «Момент» клейы алып, ул яғын яңынан йәбештерергә тура килер.
Тиҙрәк ошо ремонт эше бөтһөн тип, бер юлы ишек яңаҡтарын да һыларға булдым. «Шпакрил» тип яҙылған шпатлевка һауытын астым, тасҡа һыу, бумала һалдым, һәм, шпателдәремде тотоп ултырғысҡа менеп баҫтым да, артыҡ-бортоҡ «Ветонит» ҡалдыҡтарын, обой киҫәктәрен ҡырып төшөрә башланым. Ҡараһам, бер ерендә шпатель китмәй – эләгеп тик тора. Ҡаҙаҡ булған имеш. Уныһын ҡыпһыуыр менән тартып сығарғансы, икенсе ерҙә тағы ла капрон еп уралған сөйгә юлыҡтым. Ебен алғанда күҙгә гипс киҫәге ырғып килеп инде. Уға иғтибар итеү юҡ – күҙҙе ең менән генә һыпырҙым да, «кетәк» ныҡ эҫеп китмәҫ элек һылап төшөргә кәрәк тип, шпателде биҙрәгә сумырып, аҡ массаны алдым. Уныһы шпателдән терегөмөш кеүек шыуып, ласҡылдап иҙәнгә барып төштө. Әллә май ҡушҡандар инде? «Иң арзанын бирегеҙ тигәйнем шул, йүнле түгел икән», тип, тағы үҙемде әрләй-әрләй, һағыраҡ ҡыланырға тырышып, тағы ла эшкә керешәм.
Ысынлап та, шпатлевка артабан тигеҙ генә итеп һыланды. Ә алда мине тағы обой йәбештереү эше көтә ине.
Шулай, йәйге отпускыларым бик файҙалы, һөҙөмтәле үтә минең, Аллаға шөкөр!.. Таж кейгән вирус йөрөй, тип ҡайғырып, күңелһеҙ уйҙарға батып ултырырға ваҡытым юҡ. Сәләмәтлек кенә насип итһен – барыһы ла яҡшы булыр, иншалла!..
Фото: Миңзилә ХӘКИМОВА (САДИҠОВА).