

Илмир иртәнән кискә тиклем мәктәптә булды. Төшкә тиклем дәрес уҡытһа, төштән һуң өҫтәлмә үткәрҙе. Эшләгәс, эштең һөҙөмтәһе күренде: уҡыусылары олимпиадала урындар ала башланы. Эштәр көйлө генә барғанда бәлә аяҡ аҫтында ятҡан булып сыҡты: комиссия килеп төштө.
— Тәк-тәк, Илмир Ғәлимович, документтарың етмәй бит әле. Непорядок, непорядок, — тине комиссия башлығы Рәис Илфатович. — Йәш кешегә эшеңә илке-һалҡы ҡарау, мин әйтәйем, эт ботонан ҡырын. Ҡайҙан килә был йәштәрҙә эшкә илке-һалҡы ҡарау? Ә бына беҙ... — тип тикшереүсе хыялға бирелде.
— Рәис Илфатович, минең уҡыусыларым төндә уятып һораһаң да, любой һорауға шартлатып яуап биреүҙәренә ышанам.
— Уныһы, әлбиттә, яҡшы, — тине Рәис Илфатович. — Ләкин мин быны күрмәйем. Ошоно дәлилләгән ҡағыҙҙарың етмәй. Йәш булыуыңды иҫәпкә алып, эшеңә тура килмәй тигән мәсьәләне ҡуймайбыҙ. Ҡара уны, икенсе юлы ла ошолай булһа...
— Рәис Илфатович, былай ҙа ҡараңғы төшкәнсе мәктәптәбеҙ. Ҡалайтып өлгөрөргә?
— Белмәйем, белмәйем, Илмир Ғәлимович. Инструкцияла уныһы яҙылмаған, бәлки, яҙырға онотҡандарҙыр...