

Бынан ун биш йыл элек тәүге эш хаҡын алғас та, Рәйлә туп-тура кейем магазинына барып, баштан-аяҡ кейенде. Бер нисә сәғәттә аҡсаһын сарыфлап, аҙаҡ аслы-туҡлы йөрөһә лә, бурысҡа батһа ла, ҡәнәғәт ҡалды:
— Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, — тип эре һуҡтырҙы коллегалары алдында. — Бына үҙегеҙгә ҡарағыҙ ҙа миңә ҡарағыҙ! Берәй етәксе килеп инһә, тәү сиратта аҡ блузка, итәк кейгән — миңә иғтибар итәсәк. Сөнки мин деловой күренәмен, ә һеҙ бөтәгеҙ ҙә шалопай һымаҡһығыҙ!
Бәлки, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ та булғандыр. Ун йылдан Рәйлә Сабитовна бүлек етәксеһе булып китте. Иң беренсе фарманы — офиста дресс-код булдырыу. Хәҙер ир-аттар галстук тағырға, күлдәк кейергә, ҡатын-ҡыҙҙар итәк-блузкаларҙа ғына йөрөргә тейеш.
Рәйлә Сабитовна бер көндө хатта иҙән йыуыусы ҡатынға бәйләнде:
— Ниңә гел джинсы менән әллә ниндәй һүрәтле футболка кейәһең дә йөрөйһөң ул? Әҙерәк кенә үҙеңде ҡарарға кәрәк бит!
— Һуң мин бит иҙән йыуам...
— Шунан нимә? Кешеләр һинең беҙҙең офисҡа көн дә инеп-сығып йөрөгәнеңде күрә. “Бында һәпрәләре ҡойолоп йөрөгән кешеләр эшләйҙер, моғайын”, — тип уйлайҙарҙыр әле. Һин — офистың йөҙө! Эшкә матур кейемдә, макияж эшләп йөрө. Ингәс кейемеңде алмаштырырһың, ә сыҡҡанда бейек үксәле туфли кейеп сығырһың! — тип ярһыны ул.
Етәксе булып, тотош бер коллектив елкәһенә һалынғас, Рәйлә Сабитовна хәҙер үҙенең генә түгел, офистағыларҙың кейеме өсөн дә үҙен яуаплы итеп тоя. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың алҡалары кейеменә тап килмәһә, ир-аттарҙың салбарында “стрелка” булмаһа — кире бороп ҡайтармаҫ тимә... Ә үҙе һуң, үҙе! Кейемдәрҙең иң ҡыйбатлыһын ғына һайлап ала:
— Өҫтөмдәге минең етәксе икәнемде, статусымды күрһәтеп торорға тейеш! — тип ебәрә ул. — Яңы генераль директор офисыбыҙға килеп инһә, бында кем идара иткәнен бер ҡарауҙан аңларға тейеш!..
Шуға ла яңы тәғәйенләнгән генераль директор килә тигән яңылыҡ алғас, Рәйлә Сабитовна отчет, документтар әҙерләр урынға, магазинға зыйлап сығып китте... Аҡсаһын йәлләмәй, билдәле брендтың әйберҙәрен кейеп, макияж яһатып, прическа эшләтеп офисҡа килеп етте. Шунан инде коллегаларының өҫ-башын ҡарап сыҡты. Уның ғәҙәтен белгән хеҙмәткәрҙәр ҙә күптән әҙер ултыра ине, шуға етәкселәре бәйләнерлек урын тапманы.
Коллегаларынан ҡәнәғәт ҡалған Рәйлә Сабитовнаның кәйефен тик бер нәмә генә боҙҙо: ҡабул итеү бүлмәһендә ниндәйҙер ир ултыра. Үҙенең сыбар футболкаһы, тубығында тишек джинсыһы, еткән сәсе офистың бөхтә атмосфераһын боҙа. “Тағы бер һәпрә эш һорап килгән”, — тип уйланы ла Рәйлә Сабитовна уның янына барып:
— Ғәфү итегеҙ, беҙ бөгөн бер кемде лә ҡабул итмәйбеҙ! — тине баштан-аяҡ егеткә ҡарап. — Етмәһә, былай кейемдә беҙҙең офисҡа инеп йөрөү — башҡа һыймаған нәмә! Әгәр йүнле эш табам тиһәгеҙ, тәүҙә сәсегеҙҙе киҫтерегеҙ, әллә ниндәй муйынсаҡ-беләҙектәрегеҙҙе сисегеҙ. Башҡа бер ваҡытта ла бындай йыртыҡ ыштан кеймәгеҙ! Футболкағыҙҙы хатта иҙән йыуыу өсөн ҡулланыу оят буласаҡ... Аңланығыҙмы мине? Башҡаса бындай ҡиәфәттә килеп йөрөмәгеҙ! Ундайҙарға беҙҙә эш юҡ! Күҙемдән юғалығыҙ!
— Эһем, — секретарь тамаҡ ҡырҙы.
— Нимә? — тип енләнгән Рәйлә Сабитовна ҡыҙға ҡараны.
— Был егет — беҙҙең яңы генераль директор, — тип шыбырланы секретарь.
Рәйлә Сабитовна ҡабаттан егеткә баштан-аяҡ ҡараш ташланы.
— Нисек инде? Шулай кейенгән кеше — директормы? Ә ҡайҙа пинжәк... галстук... “стрелка”лы салбар... ҡиммәтле сәғәт?..
Рәйлә Сабитовна тәүҙә иҫен юғалтты. Аңына килгәс, оҙаҡ ҡына ғәфү үтенде, шунан ҡыумауҙарын һорап иланы... Йәш генераль директор көлөп кенә ҡуйҙы, Рәйлә Сабитовнаны вазифаһынан бушатманы.
Әммә ошо хәлдән һуң Рәйлә Сабитовнаның кейемгә ҡарашы үҙгәрҙе. “Эйе шул, — тип уйланды ул, — хәҙер икенсе заманда йәшәйбеҙ. Кешенең статусын кейем түгел, ә башҡа нәмәләр күрһәтә... Һәпрә тип уйлаған егет ҡаланың иң бай кешеләренең береһе булып сыҡты. Тимәк, ағас күрке — япраҡ, әҙәм күрке — ябайлыҡ килеп сығамы?..”
Рәйлә Сабитовнаның донъяһы түңкәрелде. Хәҙер уныңса: ни тиклем ябайыраҡ кейенәһең, шул тиклем байһың. Теге юлы хатта бер бомж менән ике ҡуллап һаулыҡ һорашып торғанын күргәндәр...
Заһиҙә МУСИНА.