- Дуҫ, мин бәхетемде таптым, бында ҡалам! Ауыл башлығының ҡыҙына өйләнәм, - тигән егеттәрҙең береһе шул кис.
- Аңлайым һине. Башлыҡтың өлкән ҡыҙы бигерәк сибәр шул, - тигән икенсеһе.
- Юҡ, һин дөрөҫ аңламаның, мин кесеһенә өйләнергә теләйем, - тигән был егет.
Дуҫы бәхет эҙләп ары киткән, был егет ҡалған. Ә башлыҡ ҡыҙы өсөн 10 һыйыр һорай икән. Егет нисек итһә иткән, тырышып эшләгән һәм 10 һыйырҙы килтергән.
- Ярар, кесе ҡыҙым өсөн өс һыйыр бирһәң дә ярар, ул бик сибәр ҙә түгел, - тигән башлыҡ, егеттең кемгә өйләнерен аңлағас.
- Юҡ, мин был ҡыҙ өсөн ун һыйыр бирәм! — тигән егет.
Күп йылдар үткәс, теге икенсе егет дуҫының хәлен белергә килгән. Уның өйөнә барып ингәс, шаҡ ҡатҡан: тормошо етеш, һау-сәләмәт, матур балалары йүгерешеп йөрөй, ҡатыны бик сибәр, балҡып тора икән.
- Ғәфү ит, һин бит бик матур ҙа түгел инең, нисек бындай күҙ яуын алырлыҡ ханымға әүерелдең? — тип һораған юлсы егет дуҫы ишетмәгәндә уның ҡатынынан.
- Мин үҙем өсөн 10 һыйыр ҙа йәл түгел икәнен аңланым!
Фото: https://ya.ru/images/
Сығанаҡ: https://apastovo.ru/news/yazmysh/un-syer-chibr-itme