+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
1 Сентябрь 2025, 11:50

Һай, ғәләмәт

Росстат хәбәр итеүенсә, уҙған быуаттың 80-се йылдарында һәр кеше, уртаса иҫәп менән, йылына 27,5 литр араҡы эскән, 2007 йылда был күрһәткес 14 литр тәшкил иткән. Унан тыш, һәр кеше 2613 сигарет көйрәткән...Әлбиттә, бындай мәғлүмәттәр менән күпме бәхәсләшһәң дә, дөрөҫлөктөң осона сығыу мөмкин түгел. Сөнки был һандарҙа, үҙҙәре әйтмешләй, ҡапма-ҡаршылыҡтар тулып ята.

Һай, ғәләмәтҺай, ғәләмәт
Һай, ғәләмәт

Әйтәйек, һикһәненсе йылдар — Горбачёвтың “ҡоро закон” индергән мәле. Тимәк, эсеү, рәсми рәүештә булһа ла, ныҡ кәмергә тейеш. Әммә икенсе яҡтан ҡарағанда, тап ошо йылдарҙа ауылдарҙа “сәмәй” ҡыуырға тотоналар, “аҡбаш” халыҡ валютаһына әйләнеп китә. Унһыҙ бер ниндәй эш тә башҡарылмай тиерлек. Ялған араҡыларҙы, төрлө ағыулы шыйыҡсаларҙы кем генә иҫәпләп торһон? Тимәк, был һандар ысынбарлыҡҡа тап килмәй булып сыға. Сөнки кемдең күпме эскәнен иҫәпләү мөмкин түгел. Шулай ҙа эскелеккә ҡаршы көрәш барманы түгел — барҙы. Тик шул уҡ ваҡытта мутлашыуҙар ҙа, күҙ буяуҙар ҙа күбәйҙе.
Әйтәйек, ҡеүәтле генә заводта бүлектәр, звенолар, бригадалар, цехтар араһында ярыштар ойоштороп, еңеүселәрҙең премия аҡсаһын килешеү буйынса бер кафеға күсереп ҡуялар. Ә был кафены кооператив ойошторған булып сыға.
Әлбиттә, парҙары менән саҡырылған ярыш алдынғыларын ҡотларға етәкселәр килә, артистар саҡырыла, музыка... Ҡыҫҡаһы, эскелек мәҙәни сараға әйләнә. Бына бит, бер атҡанда — ике ҡуян: беренсенән — «ярыш», икенсенән — «мәжлес». Тик маҡталыу алған был сара оҙаҡҡа бармай, сөнки һый мул булалыр, мәжлестең финалы ыҙғыш-талаш, йоҙроҡ алышы менән тамамланыу сәбәпле, был эскелек туҡтатыла.
Шау-шыу, ыҙғыш-талаш, йоҙроҡ, һуғыш, бурлыҡ, эш боҙоу — быларҙың барыһы ла закон боҙоу, һәм уларҙың төп сәбәбе, нигеҙҙә — эскелек.
Ә эскелек үҙе бер йолалар рәтенә ингән: туй, юбилей, тыуған көн, хаҡлы ялға китеү, армияға оҙатыу йә ҡаршы алыу, төрлө “ҡыҙыл” даталар. Дуҫ-иш, күршеләр менән аралашып, шатлыҡ-ҡайғыны бүлешеп ултырыу — был үҙенә күрә бер «ҡунаҡсылыҡ мәҙәниәте». Әҙәм балалары уларға күнегеп бөткән, ситтә тороп ҡалғылары килмәй.
Өҫтәүенә, һәр кемдең яҡындары, тыуған-тыумасалары, дуҫ-иштәре менән өҫтәл артында ултырып аралашырға, шатлыҡ-ҡайғылары менән уртаҡлашырға, йәғни ҡунаҡ булышырға үҙ даирәләре була торғандыр. Беҙҙеке лә бар, хатта һәр ваҡыт мәшәҡәтләнеп тормаҫ өсөн бүләккә күмәкләп телевизор ҙа алып ҡуйғайныҡ. Мәжлес кемдә — шунда тотоп алып барып ултыртаһың.
Тик коронавирус тигән бынау зәхмәт әллә ҡайҙан хасил булды ла ҡуйҙы бит. Һәр кеше өйөнә инеп бикләнде. Битлек кейҙе, кәрәк сараларын күрҙе, башҡалар менән аралашмаҫ булды. Ҡыҫҡаһы, ауылда ла ҡаласа йәшәй башланылар. Ҡурҡыныс сир аралашыуҙы ла һирәгәйтә башланы. Шулай ҙа элеккесә йәшәү бөтөнләйгә туҡтаманы.
Беҙҙең даими йырсыбыҙ Мотаһар ҡоҙа ла:
— Ай, дуҫтарым, товарищтарым!
Һеҙ дуҫтарҙан айырылһам,
Яңғыҙ башым нишләрем?! — тип буҙлауын белде лә, был һүҙҙәрен нығытҡандай:
— Һеҙҙең өсөн илайым, һеҙҙең өсөн йырлайым, һеҙҙең өсөн йәшәйем, һеҙҙең өсөн генә үлмәйем! — тип ҡабатлар булһа, саҡ йөрөгән Маһибә әбей ҙә:
— Аяҡтарым да ҡартайҙы — тайырға ғына тора,
Беләктәрем дә ҡартайҙы — талырға ғына тора,
Хәтерҙәрем дә ҡартайҙы — ҡалырға ғына тора,
Күҙҙәремдән күҙ йәштәре тамырға ғына тора,
Ауыҙым ғына ҡартаймай — һалырға ғына тора! — тип, ике рюмканы һалып ҡуя...
Зәхмәте лә китеп бөтмәгән, битлек тә кейеү юҡ, башҡа тыйыу-фәлән дә юҡ. Элеккесә йәшәү дауам итә. Ә бына эскелек, барыбер, кәмене. Шөкөр, шешәләрҙе һанаусы ла юҡ. Вәт!

Фәтхи АБДУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас