+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
22 Сентябрь 2025, 06:45

Шулай ҙа була...

Оло йәштәге профессор яй ғына урамдан китеп бара. Ҡапыл БМВ-7 туҡтай, унан бик матур итеп кейенгән ир һикереп төшә лә:  - Профессор, ҡәҙерлем, һеҙ мине хәтерләйһегеҙме? Мин профкомға киткәнгә тиклем кафедрала һеҙҙең ассистент булдым. Хәҙер Думала фән буйынса комитет мөдире булып эшләйем. Офисҡа килегеҙ, сәй эсербеҙ.

Шулай ҙа була...Шулай ҙа була...
Шулай ҙа була...

Профессор артабан китә. Майбах туҡтай. Унан яй ғына бер йыуан ханым сыға ла: - Профессор, ҡәҙерлем, һеҙ мине таныйҙығыҙмы? Мин һеҙҙең кафедраның аспиранткаһы, һуңынан мэрға кейәүгә сығып киттем. Хәҙер Европала виллалар коллекциялайым. Бына визиткам, минең диңгеҙ ярындағы өйөмә килегеҙ, шараплап сәй эсербеҙ. Казиноғаға алып барырмын.

Ҡәнәғәт профессор ары китә. Эргәһенән үтеп барған Роллс-ройс килеп туҡтай,  кабинан арыҡ ҡына бер ир килеп сыға ла: профессор, ҡәҙерлем, һеҙ мине иҫләйһегеҙме, нефть менән сауҙа итә башлағанға тиклем һеҙҙең кафедрала доцент инем. Миңә Рублевкаға килегеҙ, коньякта ҡыҙҙырылған шашлыҡ ашарбыҙ.

Ниһайәт, профессор үҙенең өйөнә ҡайтып етә, сүплек эргәһенән үтеп барғанда, һауытта соҡонған алама ғына кейенгән бер ир уға: - Профессор, ҡәҙерлем, ни хәлдәһегеҙ, һаулығығыҙ?

Профессор:

- Әллә һеҙ ҙә минең кафедрала эшләнегеҙме?

Үпкәле ҡиәфәт менән теге ир:

- Ниңә эшләнегеҙ, мин әле лә шунда уҡытам!

Автор:
Читайте нас