+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
24 Сентябрь 2025, 06:56

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА

– Хөрмәтле коллегалар, күңелле йәйге ялдан һуң мәктәп коллективының тәүге йыйылышын башлайбыҙ. Бөгөн ваҡ-төйәккә, хәл-әхүәл белешеүгә туҡталмай, алдағы уҡыу йылына пландар менән танышырбыҙ, – тип ҡабалан ингән арала һәр аҙымына бер һүҙ ҡыҫтырып һөйләй башланы Түбәнге Төйәтәй мәктәбе директоры Әүхәҙи Әхәт улы. – Иң тәүҙә уҙған йыл йомғаҡтарын таблицаға тейәйбеҙ ҙә, юғарыға оҙатабыҙ. Быныһы – нуль бөтөн йөҙҙән беренсе бурыс. Сөнки ул эш аҙна элек тамамланырға тейеш ине, ти сәркәтип. Клара Хәмит ҡыҙы, бөгөн бик килешле күлдәк кейгәнһегеҙ, ух ти! .. Йыйылыштан һуң һәр кем үҙ цифраларығыҙ менән ҡабул итеү бүлмәһенә бара, ишеттегеҙме?!

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНАРәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА

Эшлекле һөйләшеү араһында әйтелгән комплимент тәғәйен кешеһенә аңлашылып уҡ етмәһә лә, тегеһе, үҙенә ҡушылған эш тип аңланы булһа кәрәк, йылмаймай ғына баш һелкеп өлгөрҙө. Йәйге ялдан күңел күтәренкелеге менән килгән уҡытыусылар йыйылыштың бындай йүнәлеш алыуына бер аҙ аптыраһа ла, директорҙың күҙенә генә ҡарап ултырған була. Кемеһелер блокнотын асып, яҙып та алды.
– Тағы бик мөһим эш көтә, быныһы нуль бөтөн йөҙҙән икенсеһе – бөгөн райондан мәктәпте ҡабул итеү комиссияһы килә, Сәкинә Салауат ҡыҙы, бынау босоножкиеғыҙ хәтәр генә күренә, минең ҡатынға ла шундайыраҡ нәмә кәрәк ине, класс бүлмәләрен елләтегеҙ һәм гөлдәрегеҙҙе сафландырығыҙ. Сәскәләре хуш еҫ бөркөп ултырһын. Сөнки комиссияла – тик ҡатын-ҡыҙҙар. Улар менән үҙем генә һөйләшәм, артыҡ һүҙ ҡыҫтырып, оятҡа ҡалып ҡуймайыҡ. Йылдағыса, һәр кеменә күстәнәс, әй, тәғәйен нәмәләрен йәһәт кенә әҙерләшеп, ашханалағы өҫтәл эргәһенә ултыртып ҡуйығыҙ. Гөлиә Ғүмәровна, был помада һеҙгә килешмәй ҙә ул, алһыуырағын һайлағыҙ. Һуңынан улар ҡалдырасаҡ документация менән танышырға йыйып алырмын, ваҡытынан алда берегеҙ ҙә ҡайтып китмәгеҙ, зинһар.
Маҡтау һүҙе ишетеп, Сәкинә Салауат ҡыҙы тамаҡ ҡырҙы. Шулай итмәй булдыра алманы, сөнки тап ошондай уңайлы аяҡ кейеме хаҡында күптән хыяллана ине. Ял ваҡытында шуны эҙләп, Төркиәгә барып етте хатта.. Ә Гөлиә, йәш уҡытыусы, иренен бөгөн тәүгә буяп килгәйне. Директор иҫкәрмәһен аңлап өлгөрҙө һәм башын аҫҡараҡ эйеп, усы менән иренен һөртә һалды. Бүтәндәр һиҙмәй ҙә ҡалды шикелле, сөнки эшлекле һөйләшеү бик ҡыҙыу бара.
– Артабан киттек. Быйыл башланғысҡа 22 бала ҡабул иттек, “А” һәм “Б” класы ғына була. Асия Хөрмәтовна, Наилә Сөнәғәтовна, балаларҙы дөрөҫ итеп бүлегеҙ һәм иртәгә ата-әсәләр йыйылышына мине лә саҡырығыҙ, Асия Хөрмәтовна, һеҙ нишләп бөгөн халат ҡына кейеп килдегеҙ? 1 сентябрь алдынан ғына улар менән күрешәйек тә, аҙаҡтан һорауҙар булып тормаһын. Коллегалар, быныһы бөтәгеҙгә лә ҡағыла, уҡытыусылар йылдан-йыл кәмегән мәлдә пенсияға китеүҙе, кейәүгә сығыуҙарҙы онотоп торорға тура килер, Наилә Сөнәғәтовна сәсен һарыға буятҡан, йәшәреп киткән! Эш хаҡы быйылға артмай, тинеләр. Разряд күтәреү буйынса бөтә һорауҙар районда кадрҙар бүлегендә яҙып эленгән. Ул өлкәлә яңылыҡтар бик күп, документацияны чатҡа һелтәрмен.
Асия Хөрмәтовна ҡапыл һиҫкәнеп, үҙенең өҫтөнә күҙ һалды. Йә Хоҙай, ысынлап та мунсанан кейеп сыға торған ялтыр халатында эшкә килгән... Ҡыйбатлы ғына булһа ла, халат – халат инде. Бер кем ишетмәһә ярар ине тигәндәй, ипләп кенә тирә-яғын байҡаны. Уға иғтибар итеүсе юҡ ине, шуға тыныс-ланды. Ә Наилә Сөнәғәтовна исемен ишетеү менән, матур прическаһын бүтәндәргә күрһәтергә һикереп торорға уйлағайны, етәксе ҡул хәрәкәттәре менән уны ултырта һалды.
– Быныһы бер булды, әй, нуль бөтөн йөҙҙән нисәнсе әле... уныһы мөһим түгел, яңы уҡыу йылына әҙерлек яҡшы бара, тип отчет бирҙем. Әле китапхананы берҙәм дәүләт дәреслектәре менән тәьмин итеү буйынса эш алып барыла. Район кәңәшмәһендә быйыл, Зәйтүнә Зөбәйеровна, был юбкағыҙҙы дәрескә кейеп килмәгеҙ инде, ҡыҫҡа бит, "Тыуған яҡ тарихы" тигән яңы уҡыу курсы индерелә тинеләр, контроль эштәр һаны кәмей. Шулай ҙа, Марина Ишғәле ҡыҙы, бөгөн һеҙҙең күҙҙәр балҡып тора, һеҙгә ял килешкән, үҫеп килгән быуында патриотик аң формалаштырыу – һуңғы йылдарҙағы мөһим маҡсат икәнен тағы иҫегеҙгә төшөрәм, был юҫыҡтағы саралар планын завучҡа тапшырығыҙ, бөгөн үк. Ул, үҙ сиратында, районға дөйөм планға индерергә тейеш. Бөгөнгә шул, коллегалар! Алдағы йыл уңышлы булырына барыбыҙ ҙа ышанып тотонайыҡ, Фәрит Римыч, спортивкаң туҙған, отпускы аҡсаһына яңыһын алырға кәрәк ине, ҡатыныңа эш хаҡын вис тапшырырға ярамай, тип күпме әйткәнем бар, балаларға белем биреү – беҙҙең төп бурыс икәнде иҫкә төшөрөп, йылмаябыҙ һәм мин ҡушҡандарҙы тиҙ генә үтәргә йүгерәбеҙ! Уңышлы көн, – тип бер тынала йыйылыш үткәрҙе лә, Әүхәҙи Әхәт улы уҡытыусылар араһына нисек йүгереп килеп ингән, шулай осоп сығып та китте.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас