

Быйыл ҡайным булмағас, кәбеҫтә лә юҡ. Тоҙлап булырмы, юҡмы — әйтә алмайым. Ҡайным шулай ныҡ йүнсел булды. Бөтә нәмә тоҡлап, ҡумталап ултыра торғайны, өйөлөп ятыр ине.
Бер йылы ҡаҙ алдыҡ күп итеп, майы 40 литрлыҡ һауыт тула яҙып ултыра. Ултыра ла ултыра. Ҡайным: "Был килендән булмаҫ та," - тип уйлап йөрөгәндер инде. Бер эштән ҡайтыуыма теге майҙы иретеп йөрөп ята. Өй күм-күк төтөн. Үҙе саҡ күренеп тора.
Кухняла майланмаған һауыт, сепрәк ҡалмаған, ишек, өҫтәл, ултырғыс йылтырашып торалар. Газ плитәһе инде, байғош, шыр май араһынан күҙе йызлап ҡына ҡарап ултыра. Унан да май ағып төшкән, бынан да май ағып киткән... Иҙән инде лысылдап ята. Ҡайным еще майлы тәпешкәһе менән кухня менән зал, бүлмә араһына һуҡмаҡтар һалып сыҡҡан. Стенаға инде ул май сәсрәй алған тиклем сәсрәгән...
Уның ҡарауы, ҡайны ғынам эш бөтөрөп йөрөй. Эй, үҙе ҡыуана. "Килендең эшен еңеләйтәм тип торам инде бына, арып киттем,"- тей. "Ҡалай яҡшы булған, рәхмәт инде!"- тигән булдым. Ярай иреткәс, булғаны булған инде. Аллаһ бирһә, ҡыш буйы һөйрәп йөрөп тотонорбоҙ.
Ысынлап та, баяғы өйҙө порошок, белизна, средство для мытья посуды һалып йыуып, таҙалап алғас, онотолдо. Ә баяғы майҙарҙы биш литрлыҡ шыйыҡмай һауыттарына ҡойоп, һалҡынға ултырттым да ҡыш буйы, йәй буйы магазиндан май алманым.
Ҡайнымдың һалпы яғына һалам ҡыҫтырһаң әллә кем булып китер ине. Ә саҡ ҡына оҡшамаған бер нимә әйтһәң... бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп була.
Бер шулай больницанан ҡайным менән бейемгә, быуындарын нығытыу өсөн, кимерсәк, ҡойҡа кеүек нәмәләрҙе күберәк ашарға әйтеп ҡайтарғандар. Бына әй, бабай һуғым мәленән һуң күрше-тирәнең һуғымлығынан артып ҡалған баш-тояҡтарын йыйып алды. Ҡайһы кеше уны ашамай, эшкәртмәй ҙә бит инде.
Тағы эштән ҡайтыуыма шуларҙы өтөп ҡуйған. Әллә нимәләр атҡарғандай ҡыуанып килеп инде лә: "Килен, килен, ана бар сыға һалып йыу ҙа бешерә һал, ун ике тояҡ, дүрт баш өттөм, арманһыҙ булдым,"- тей был.
Ә мин эштән арып ҡайтҡанмын, өйҙә балалар бәләкәй, башҡа эшем дә булғандыр инде, уйлап та тормай: "Нимә, әллә һуғымға дейеү һуйҙығыҙмы әллә?!" - тигәйнееееем генәәә... китте ҡайным сәсрәп...
"Бында кеше ни һынлы булып инеп килә, мыҫҡыл итеп тора, эшкинмәгән... фәлән дә фәсмәтән..."
Мин "зыйт" итеп сығып китеп, баш-тояҡ араһында ултырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Зөлфирә ТАҺИРОВА битләүенән.
https://vk.com/public218857238