

Бына олораҡ бажа айыу алғанын һөйләп алып китә.
Тәмләп, тәфсилләп һөйләй: мылтығы ике көпшәле, әллә нисәнсе калибрлы, нисәнсе йылда, кемдән ҡалған, тәүге хужаһы ул "дробовик" менән нисә тейен һ.б. алған. Һунарға ниндәй ашанты менән сыҡҡан, ҡорото ыҫланған булғанмы-юҡмы, туртаһын кем эшләгән.
Бына, ниһайәт, урманға барып етә, мәшәлекте үтә. Унда элгәре "тамғалы ҡарағай" булғанын да әйтергә онотмай, нисәнсе йылда ниндәй сепрәк элгәнен дә.
Дүнәнһуйған яғына күтәрелә һ.б., ярлауҙан бара торғас, алыҫта боҫ сыҡҡанын күреп ҡала. Ул боҫто тәүҙә төтөн тип уйлағанын, тик еҫе сыҡмағас, айыу өңөнән килгән тын икәнен "аңҡарғанын" бәйән итергә онотмай.
Шул яҡҡа менеп китә был. Бара торғас, бер ҡалтағайы ысҡына ла, тау түбәненә яңғыҙ ғына элдертә. Уны ҡарҙа бата-сума төшөп, кейеп ала...
Паузалар яһап, сәкәшә-сәкәшә шешәне бүҫкәртә биреп, һөйләй. Кесеһе ҡойоп бирә лә, сәнскегә ит киҫәге эләктереп, ауыҙына ҡаптыра.
...Ҡалтағайын кейеп айыу өңөнә табан нисек менеп еткәнен һөйләгәнсә йәнә бер рүмкә түңкәрер ваҡыт етә.
Менеп еткәс, өңдө күргәс әле байтаҡ ара ниҙәр эшләгәнен һөйләй. Мылтығын күҙәгәс тә ярты сәғәтләп тасуирлай торғас, кесеһе, ниһайәт, түҙемһеҙләнеп:
-Ат инде, ат, - тип ҡысҡырып ебәрә.
Эх, ниндәй талантлы сәхнә әһеле, бәйәнсе әрәм булған тип иҫкә төшөрөп алабыҙ шул еҙнәйҙе.
Ә айыуҙы әллә алған, әллә юҡ, быныһы беҙгә ҡараңғы.
Гүзәл СИТДЫҠОВА.