

Бынағайыш. Ишекте тартып асып инеүгә мине бөтөнләй көтөлмәгән күренеш көтә ине. Ниңәлер танауға миңә кәрәкле кибеттәргә генә хас булған балауыҙ еҫе лә, аяҡҡа һарҡытҡыс мискәһе лә ҡапыл ғына килеп бәрелмәне. Ишекте бутағанмын буғай, тип тышҡа ла сығып индем, ләкин уныһының был тирәлә берҙән-бер генә икәне көн кеүек асыҡ.
Тағы бер ҡабат оло юлға сығып яҙыуҙы уҡып инәм дә, ниҙер һиҙенгәндәй, затлы кейемдәр, ялтыр ҡайыштар һатылған рәттәр буйлап үҙемә кәрәк бүлекте эҙләп китәм. Инде тамам өмөттәремде өҙгәс кенә, ғәжәпләнеп быялаларҙағы яҙыуға иғтибар итәм. Унда аҡҡа ҡара менән “У Марата” тип яҙылғаны ниһәйәт башҡа барып етә. Магазиндың элекке исеме лә шундуҡ иҫкә төшә: “Буратино”. Мөғжизәләр яланы һәм Ахмаҡтар иле күҙ алдына килеп баҫа. Шунда троллейбустан төшмәй генә китеп ултырһаң булмай инеме инде?!
Раушан ҒӘЛИМОВ.