+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
14 Октябрь 2025, 10:00

Тоҙаҡҡа эләккән

Баш төҙәтергә ирем аҡса һорай. Баш төҙәтерлек тә аҡсаһы юҡлыҡта ғәйепләмәгеҙ, аҡса уртаҡ, бер ерҙә ята. Тик рөхсәт һорай. Мин алмайһың, тим. Икенсе бүлмәгә тырт-тырт баҫып сығып китте... Бер мәл был мать, мать, мать, тип ҡысҡыра башланы. Мин бында, һиңә шул кәрәк, тип уйлап ҡуйҙым.

Тоҙаҡҡа эләккәнТоҙаҡҡа эләккән
Тоҙаҡҡа эләккән

Ул өйҙә юҡта, кисә сысҡандарға йәбешкәк ҡағыҙ (ловушка) ҡуйып сыҡҡайным. Аҡса ятҡан шкаф янына ла һалдым. Ут ҡабыҙып тормай, минең ризалыҡтан тыш, аҡса сәлдерергә барған байғошом шул ҡағыҙға баҫҡан. Ике аяғы ла клейға буялған, ярай ултырғыс булған.Тауышына барып инһәм, ике аяғын баҡа һымаҡ айырып, өҫкә ҡаратып ултыра.
"Ҡапҡан" оҡшаны - сысҡан ғына түгел, хатта крыса эләгә!

Автор:
Читайте нас