+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
15 Октябрь 2025, 10:50

Бәлки, берәү ҡармаҡҡа эләгер...

26.06.2026 датаһында никах укытырға көслө рухлы ир эҙләйем. Миңә 51 йәш. Эшем бар, фатирым бар, машинам бар. Кредиттарым да бар, уларҙы үҙем түләй алам. Мин тол ҡатын – ун йылдан ашыу. Балалар ҙурайған, ситтә йәшәй. Әгәр шул көндө иргә сыҡмаһам, бөтөнләй сыҡмаясаҡмын.

Бәлки берәү ҡармаҡҡа эләгер...Бәлки берәү ҡармаҡҡа эләгер...
Бәлки берәү ҡармаҡҡа эләгер...

Миңә 60 йәшкә тиклем, аҡыллы, үҙен ҡараған, тәгәрәп эсмәгән, тартмаған ир кәрәк. Врач, отставкалағы военный, прокурор, судья булһа бигерәк тә яҡшы булыр ине. Һөйәркә эҙләүселәр яҙмағыҙ. Буйым – 168 см, һомғолмон, йәш күренәһең, тиҙәр. Тәбиғәткә сәйәхәт итергә, тауҙарға йөрөргә яратам. Янғыҙлыҡ ялҡытманы, әммә парлашып ҡунаҡҡа барырға, ир эштәрен башҡарырға, бергәләшеп сәйҙәр эсергә кеше кәрәк. Ғашиҡ булып, мөхәбәттән башты әйләндереп алаһым да килә. Яҙығыҙ! Көтәм!

https://vk.com/bashdonya?from=groups

Автор:
Читайте нас