+28 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
27 Октябрь 2025, 05:45

Ишдәүләт САФИУЛЛИН Хаҡлы ялды көткәндә

Фельетон – Ағай! Ағаааай!!! – көтөлмәгән аҡырыу ҡолаҡтарҙы ярҙы.– Нимә булды, Ғәйнуллин? Ниңә шул хәтлем ҡысҡыраһың?– Әйҙәгеҙ, тиҙ генә дәресте уҡып ташлайыҡ та, тиҙҙән көтөү ҡайтырға ваҡыт етә. Унан һарыҡ һуяһы ла бар.Уҡытыусы Йәдкәр ағай уҡыусыһы янына өтәләнеп килеп етте:– Ҡаҡшаттың бит, Ғәйнуллин! Бына һине уҡытам, кеше итәм тип ҡартайҙым. Нервыларымды бөтөрҙөң! Бер класта дүртенсе йыл ултыраһың бит инде! Ҡасан ғына мәктәптән сығып китәһең, ә?

Ишдәүләт САФИУЛЛИН Хаҡлы ялды көткәндәИшдәүләт САФИУЛЛИН Хаҡлы ялды көткәндә
Ишдәүләт САФИУЛЛИН Хаҡлы ялды көткәндә

– Хөкүмәт ЕГЭ менән ОГЭ-ны бөтөрмәй тороп, мин мәктәптән сыҡмайым, вот тәк!
– Һуң, пенсияға сығаһы килә бит!
– Бөтә илдең пенсияға сығаһы килә. Сығармайҙар ғына шул, сығармайҙар! Шулай булғас, түҙәһең инде, коллега!
– Туҡта әле, Ғәйнуллин! Ҡасан коллега булып киттең әле?
– Һуң, ағай, ауыҙға бармаҡ тығып һыҙғырырға һеҙҙе кем өйрәтте? Мин! Һарыҡ тиреһен тунарға кем өйрәтте? Тоже мин! Шаңҡып йөрөгән сағығыҙҙа башығыҙҙы кем...
– Етте-етте, Ғәйнуллин! Ҡалғаны кәрәкмәй. Бына һин үҙең менән бергә уҡыған Сәлимов менән Хәлимовты ҡара. Мәктәпте тамамлап
сыҡҡандарына ни заман!
– Күреп йөрөйөм уларҙы, ағай! Бер грамм артмағандар, бер грамм кәмемәгәндәр ҙә! Сәлимов эштән-эшкә ҡыуылды, хәҙер эсеп йөрөй. Отличник имеш. Хәлимовтың елкәһендә алты-ете кредит, ҡалтыр-ҡолтор машина һәм мәңге мыжыҡ бисә! Бына һиңә ударник!
– Күрербеҙ һине лә. Кем булырһың икән?
– Белмәйем-белмәйем! Минең киләсәгемде күрә алырһығыҙмы икән? Как бы тегеләй алып китеп бармаһындар үҙегеҙҙе.
– Нимә һөйләйһең һин?
– Ярай, ҡыҙмағыҙ, ағай! Әйҙәгеҙ, дәрес алдынан химия кабинетына барып килә һалайыҡ. Унда бер банкала бирсәткә ҡабарған.
– Нимәәә?!..
Йәдкәр Йәҙгәрович йоҡоһонан ҡото осоп тирләп уянды. «Фууу, ярай әле төш кенә булған» тине ул аңына килеп, бер аҙ тынысланғас. Утыҙ йыл балаларға белем биреп, инде алтмышҡа яҡынлашһа ла, ир һайлаған һөнәренә һаман булһа тоғролоҡ һаҡлай. Ҡатынының «етер инде һаман шул мәктәбең юлын тапау, йәштәргә юл бир» тип маҙаһына тейеүенә лә иғтибар бирмәне. Күпте күрергә, әле төшөнә кергән Ғәйнуллин ише уҡыусылар менән дә «алышырға» тура килгеләне уға. Күптән тайған булыр ине лә бит, тик ошо ҡәһәр һуҡҡан пенсия реформаһы ғына бөтә «эште боҙҙо». Унан үҙенең дә өйрәнгән эшенән ҡапылғара киткеһе килмәне. Бары тик һуңғы арала ошондай буталсыҡ төштәре йышайғас ҡына, ир хаҡлы ялға сығыу тураһында ныҡлап уйлана башланы. «Һау булһам, тағы йыл ярым ваҡытым бар икән әле. Ә уға тиклем ҡуян тиреһе лә түҙгән» тип үҙалдына һөйләнде ул эшенә барышлай.

2022.

https://vk.com/id45641435?from=search

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас