

– Районда биш мәктәпте япҡанһығыҙ икән, йөҙләп уҡытыусы етмәй, тип тә зарланалар. Был хәл һеҙҙе борсоймо?
– Вапщы ныҡ борсой. Бына кисә үҙем саунала тирләп ултырам, ә шул турала уйланам. Элекке көн ҡабанға һунар иткәйнек, хатта шунда ла мәктәптән йыраҡ китеп булмай. Ҡытайҙа, Таиландта ял иткәндә именно шул вопрос баштан сыҡманы. Ярҙамсыларым, бөтә администрация үҙем һымаҡ эш тип кенә йәшәй. Кыстати, бер мәктәпкә төкәтмә эшләттек бит әле, телевидение, радио, гәзиттәрҙә булды ул яңылыҡ, күргәнһегеҙҙер. Мәскәүгә лә ебәргәйнек сюжетты, белһендәр тормошобоҙ гөрләп торғанын. Быйыл илле уҡытыусыны хаҡлы ялға оҙаттыҡ бына, йәнә иллеһен йәнә бер йылға түҙегеҙ инде, уҡытырға кеше юҡ, тип ҡалдырҙыҡ. Һикһәнде уҙғандар ҙа әҙ түгел араларында, йәшме ни ул хәҙерге заманда! Нишләп алмаш булмаһын? Быйыл институт тамамлаған өс белгесте ҡабул иттек. Минең генә түгел, тотош администрацияның тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе был. Тимәк, киләсәгебеҙ бар.
– Нишләп беҙҙә юлдар ташландыҡ хәлдә?
– Юлдар эшләнә ул, бына район үҙәгендәге бер урамға елле иттереп асфальт һалдыҡ, улай ныҡ ҡарамағыҙ, унда бер мин генә йәшәмәйем, шул халыҡ өсөн тырышабыҙ инде.
– Күп кенә эшҡыуарҙар, фермерҙар субсидиялар, грант-фәләнде башлыҡтың туғандары ғына ала, тип зарлана...
– Дөрөҫ түгел. Иң ҙур грантты быйыл алған фермер миңә бажа. Шул булдымы туған? Ҡайһы берәүҙәрҙең бажалары йыл һайын алышынып торған заманда бындай ғәйеп ташлау көлкө. Ярай, ҡатыным алды, ти. Ә ул үтә талантлы эшҡыуар, гүзәл зат вәкиле, нисек бирмәйһең? Ә улым туризмды үҫтерә, районға инвесторҙар, дан килтерә, унан килеп йәштәрҙе ҡурсаларға, үҫтерергә тейешбеҙ!
– Хәҙерге заманда ояла белеү сифаты юҡҡа сыға бара, тиҙәр. Бының менән килешәһегеҙме?
– Мин үҙем бик оялсан. Ошо вазифаға тәғәйенләп ҡуйғас беренсе эш хаҡын алдым да... өйгә бик һуң ҡайттым. Нәмәгә шул тиклем түләйҙәр был тиклем аҡсаны, кешенән оят, тип кискә тиклем кабинеттан сыҡманым. Был тойғо мине һаман ташламай. Кисә күрше район түрәһенең яңы “Мерседес”ын күреп оялып ҡуйҙым. Мин былтырҙан бирле “Тойота”ла ыҙалап йөрөйөм бит!
– Шымаҡай Тиҙбайығанович, был әңгәмәне журналға бирергә итәбеҙ...
– Бирегеҙ әйҙә, мин – демократ. Тик... бер бәләкәй генә талабым бар: исем-фамилиямды, райондың исемен күрһәтмәгеҙ берүк! Ғүмергә бер дөрөҫтө һөйләйем тип вазифанан ҡолаҡ ҡағаһым юҡ. Беҙҙең һымаҡ чиновник эштән сыҡһа... эштән сыға бит ул.
марат ӘМИНЕВ әңгәмәләште.