Ҡатыны алып килгән пластырҙы ул икенсе ҡулы менән ситкә этәрә (шул ҡәҙәр ҙур йәрәхәткә бәләкәй генә пластырь йәбештермәйҙәр, йәнәһе). Ҡатыны тиҙ генә ҙурырағын алып килә. Сырайына ысын батыр ҡиәфәте сығарып, ир заты киҫелгән бармағын бәйләргә рөхсәт итә. Инде ҡан ағыуы баҫылғас, бармағын юғары күтәреп һаҡлыҡ менән диванға ята. Шунан, хәлһеҙ тауыш менән ҡатынынан 1-2 шешә һыра килтереүен һорай (нервыларын тынысландырыу һәм ауыртыуҙы баҫыр өсөн). Ҡатыны һыуытҡысҡа киткән арала ир, һаман да ҡанаймы икән тип, пластырҙы ҡуптарып ҡарай. Яраға баҫҡылай торғас, ҡан тағын һарҡый башлай. “Дөрөс йәбештермәгәнһең!” – тип хәләл ефетен битәрләгәс, уныһы яңы пластырь йәбештергән арала, үлем түшәгендә һуңғы һулышын алған кеше кеүек ыңғыраша.
“Һин нимә, ниндәй театр?! Был бармаҡ менән урамға сығырлыҡмын шул!” – тип ҡатынын һүгеп ташлағас, ир телевизорҙан футбол ҡарарға ултыра, ә был ваҡытта хәләле келәмдәге ҡан табын таҙарта.
Икенсе көнөнә эштән һуң кис дуҫтары менән осрашҡас, уларҙың: “Бармағыңа нимә булды?” – тигән һорауына иҫе китмәгән ҡиәфәттә ҡулын һелтәп: “Әй, шунда ваҡ-төйәк”, – тип яуап бирә, сөнки ул ысын ир!