

Һы, бик серле хат булып сыҡты әле: бер ни тип яуапламаһаң, тәрбиәһеҙлек һымаҡ. Шулай ҙа Әсмә тағы туҡталды: ”Һаумыһығыҙ. Хәлдәребеҙ һәйбәт. Ашарға икмәк, эсергә ҡатыҡ бар. Өй йылы. Тик ишек алдында мунсаға тигән өйөлөп ятҡан утынды ярыусы юҡ. Кеше яллаһаң, аҡса кәрәк. Ялламаһаң, билем йәлке. Кәртәне лә һыламағанмын. Ҡар ятһа, малым өшөр инде. Тағы мунсаның мөрйәһе төтәй. Гараждың ишеге шешенгән, ябылмай ҙа ҡуя. Кисә соландың лампочкаһы янманы, уны алыштырырға кәрәк... ” Зарҙарын бер тынала теҙеп яҙҙы ҡатын. Шунан хатын ебәрмәй генә, уны әллә нисә тапҡыр төрлө интонация менән уҡыны ла, үҙен йәлләп, иланы ла ебәрҙе. Тағы юйҙы. Былай ултырһа, көн үтер микән? Шулай ҙа, барыбер был тиклем хәл белеүсене яуапһыҙ ҡалдырғыһы килмәне Әсмәнең. Моғайын, яҡшы кеше яҡшы ниәт менән яҙғандыр. Бәлки таң менән уны кемдер уйлап, борсолғандыр ҙа. Былай ҙа күптән бер кем менән йүнләп аралашҡаны юҡ. Ә хәл һораған хат уның телефонына тәүгә килде. “Һаумы... һығыҙ. Беҙ һәйбәт. Тик яңғыҙлыҡ арытты. Ирем анау Шәһүрәгә сығып китеүенә йыл булды, тормошом бер ҙә алға бармай. Миңә бер кем ҡарамай. Күршеләрем дә, әхирәттәрем дә мине яратмай шикелле. Ярҙам һорар тип тә ҡурҡаларҙыр бәлки. Ике балалы яңғыҙ ҡатын кемгә кәрәк инде? Улай тиһәң, мин йәп-йәш көйө нишләп яңғыҙ ҡалырға тейеш? Кемгә ниндәй насарлығым тейгән? Һылыумын, егәрлемен, эсмәйем, тартмайым. Өләсәмдән ҡалған бәләкәй генә өйөм бар. Бәләкәй булһа ла үҙемдеке. Баҡсаға балалар менән картуф сәсәбеҙ. Быйыл уңманы, уңмаһа ла бар бит, еткерербеҙ әле. Бер һыйырым, бер танаҡайым, өс һарығым бар. Тауыҡтарҙы йәйгеһен һуйып ашап бөттөк инде, бүтән ит булмағас. Үҙем клубта иҙән йыуам. Әҙ генә булһа ла эш хаҡы бар. Бәхетем генә юҡ... ”, тип яҙҙы ла, тағы күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Илап бөткәс: “Ошолайтып үҙемде йәлләтеп ултырһам, бүтән хәл дә һорамаҫ инде, “ – тине лә, яҙғандарын тағы юйҙы. “Сәләм. Хәлдәр бик һәйбәт. Өйҙә ятам. Яландай өйҙә бер үҙем. Өй йылы, газ үткән, һыу ҙа өй эсендә. Һөт кенә ағыҙып алайым тип һыу кранын асһам, айына ике тапҡыр аҡса тама... ”
Әсмә, үҙенең яҙғанына үҙе ышанып, ҡәнәғәт йылмайҙы. Күңеле лә бушап ҡалғандай булды. Ул, гүйә, көн буйы иң яҡын кешеһе менән серләшкән: зарҙары, ауырлыҡтары, бәхетһеҙлеге лә үткән, бар тормошо еңеләйеп киткән һымаҡ тойолдо. Һуңғы яҙған хатын тағы, тағы уҡыны ла, ебәрә торған төймәгә баҫырға ынтылғайны ғына, баяғы номерҙан йәнә хат килеп төштө: “Ғәфү итегеҙ. Больницала ятҡан ҡәйнәмә яҙған сәләм хатым һеҙгә киткән. Уның телефон һандарын алыштырғайныҡ, һуңғыларын бутағанмын... ”