

– Ә?!
– Уны ҡыуып үтербеҙ, тигән һүҙҙәрең ҡайҙа? – тип ҡабатланы Бәҙерниса еңгә. – Фермер булғандан бирле беренсе урынды алырға хыялланаһың, ниңә тырышмайһың?
– Тырышып ҡайҙа бараһың? – тине Хәбир Вафич. – Баш юҡ, бисәкәй, баш юҡ. Бөгөн дә көнө буйы ултырылды. Тик файҙаһыҙ. Уны ҡыуып етеп булмаҫ, ахыры. Уның тактикаһы, эш алымы, яҡшы. Бына кемдән өйрәнергә кәрәк, бына кемгә оҡшарға тырышырға кәрәк, бына кемдән эш тәжрибәһе алырға кәрәк, бисәкәй! – тип тауышын күтәрә биреп көйәләнде Хәбир Вафич. Бәҙерниса еңгә, Хәбирем эш тиһәң, үлә лә китә инде, тип уйланы ла, уға ҡарап:
– Аппағым, алдағы көндәрҙә нығыраҡ тотонорға кәрәк, – тине.
– Мин дә шулай уйлап торам. Тик иҫәптәр һаны алыҫайып китте: бишкә – егерме.
– Уй, Хоҙайым! Отчет һайын, беҙҙә егерме баш төрлө мал үлеп тора, тигән һүҙме? Ә уларҙа биш баш ҡынамы? Эштәр былай булғас, ҡыуып етеү хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел!
– Эйе, – тине Хәбир Вафич, күҙҙәрен серт-серт йомғолап. – Әле минең ярҙамсым Ғимран Ғилманович алда бара. Ләкин, бисәкәй, ҡайғырма, «һә» тигәнсә үтеп китәрмен ул йолҡошто. Мин шахматта беренсе булырға тейеш!