+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
6 Ноябрь 2025, 18:55

Заһиҙә МУСИНА

— Туҡ-туҡ! Тереләр бында бармы? — сит яҡтан инеп килгән кеше тауышы ишетелде. Зифа әбей ике аҙымдан һуң таяҡ туҡылдауын ишеткәс тә кем икәнлеген аңлап ҡалды: “Сабира!” — тип уйланы ла тороп ултырҙы. Йәһәт кенә сәстәрен һыйпаштырҙы, өҫтөнә берәй халат кейәм тигәйне, эргәһендә булмай сыҡты. Сабира әбей яуап көтмәй тура төп яҡҡа үтте. Зифаны күргәс, ауыҙы ҡолағына етте.— Атаҡ, һин һаман тереме ни? Шәпме? Һаумы? — тип ул саҡырыу көтмәй диван ҡырына ултырып алды. — Шәпмен, һаумын. Үҙең ни хәлдә? — Мин ней һәр ваҡыттағыса инде — лучше всех!

Заһиҙә МУСИНАЗаһиҙә МУСИНА
Заһиҙә МУСИНА

Зифа әбей Сабираны баштан аяҡҡа тиклем ҡарап сыҡты. Ысынлап та, шәп күренә.
— Үлергә ятаһың тип ишеткәйнем, — тине Сабира шатлығын йәшермәй, ауыҙын йырып. — Ысынмы, юҡмы, тип килеп еттем. Үҙ күҙҙәрем менән күрмәһәм, ышанмаҫ инем. Ҡалай төҫөң ҡасып, ағарып, ямаҡай булып ултыраһың... тип әйтер инем, гел шулай булдың. Тимәк, ысынлап үлергә ятаһың инде?
— Ятам шул! — тине Зифа ғорур итеп, танауын өҫкә сөйөп. — Сама белергә кәрәк!
— Бел шул, бел!
— Ә һин нимә, минең үлемгә ҡыуанып ултыраһыңмы, диуана? — Зифаға ыржайып ултырған Сабираға йәне көйә башланы. “Әллә яңы теш ҡуйҙырған инде?” — тештәренә лә ҡарап өлгөрҙө.
— Ҡыуанмай ни! — быныһы йәшереп тә торманы. — Һин үлһәң, ауылда иң өлкәне булып мин ҡалам бит! Бөтә хөрмәт-ҡәҙер миңә буласаҡ, Алла бирһә!
— Мәңге минән көнләштең инде, — тине Зифа, нимә тип төрттөрөргә белмәй. — Мин берҙе кейәүгә сыҡтым, һин — икене. Мин бер бала таптым, һин — икене. Мин баҡса үҫтерҙем, һин эләкләнең! Үлһәм дә күп йәшәмәҫһең әле, артымса китеп барырһың!
— Уныһын ҡарарбыҙ, — тине Сабира. — Мин туҡһанға тиклем йәшәйем дә, ауылда рекурд ҡуям, белдеш?
— Һинме? Рекурдмы? — тине мыҫҡыллап Зифа. — Таяҡта саҡ йөрөйһөң, рекурд ҡуя берәү, имеш! Торғаны бер һөйәк тә тире! Төш минең дивандан! Һөйәктәрең менән тишеп бөтәһең, шырпы! — Зифа юрғанды Сабираның аҫтынан тартып алды. — Һинең һөйәктәреңә май һөртөп ташлаһаң да эт яламаҫ!
— Үҙеңә ҡара, буҡмискә! — Сабира торҙо. — Ә һинең майыңды эт ҡоротлап ашаһа ла, үҙәге көйөр! Мин түгел, һин үлергә ятаһың бында! Мин әле тағы берҙе кейәүгә сығырмын, күр ҙә тор!
— Кем һине алһын, бумалабаш?
— Көн дә һоратып киләләр! Һиңә бер ҙә ир ингәнен күргәнем юҡ! Сит ирҙәр түгел, үҙеңдеке һирәк ҡайта торғайны!
— Мине ҡарттар йортонда урлап, кәләш итеп ала яҙҙылар! Бынамы тигән мужик! Урыҫ! Карасавица тип кенә йөрөттө мине! Үҙем генә риза булманым!
— Эйе, ышанып ултырам ти! Ҡарттар йортонда йүнле кеше булалыр! Һин үлеп кит әле, кейәүгә сығам, гөрләтеп туй үткәрәм!
— Ой-ой-ой! Тәүҙә минең өйҙән сығып кит, йәме!
— Үәт, күрҙә тор, өйөңдән дә сығам, кейәүгә лә барам! — тип Сабира таяғы менән туҡылдап атланы.
— Таяғың менән иҙән шалын ырғытаң! Туҡылдама, эт-бисә!
Сабира әйләнеп, уның күҙенә ҡараны ла таяғы менән иҙәнгә һуғырға кереште. Зифа уға ҡулына килеп эләккән пультты алып бәрҙе.
— Тамуҡта осрашҡанға тиклем, Зифа, — тип уныһы хахылдап ҡасты, хатта таяҡҡа ла таянырға онотто, шикелле.
— Көнсөл диуана! Моңһоҙ тауыҡ! Мин булмаһам, ғүмере алға бармаҫ ине. Хәрәм! Шырпы!
Зифа әбей ярһыуынан онотолоп китеп, диванынан ырғып торҙо ла тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп Сабираның сығып киткәнен күҙәтте. Уныһы ҡарап торғанын белеп, ҡапҡанан сыҡҡас тәҙрә тәңгәлендә туҡтаны ла таяғы тирәһендә урап ритайым баҫты:
— Туҡһанға тиклем түгел, туҡһан бишкә тиклем йәшәйем, мискә, белдеш! Ҡәбереңә баҡалар оялаһын, йәме! Һәм мин быйыл — “Иң яҡшы баҡса” конкурсында еңәсәкмен! — тип ҡысҡырып, артын һикертә-һикертә үҙ юлында булды.
Зифа түҙә ярһыны, шунан енләнде, шунан инде күңелһеҙләнеп бойоҡто. Ташып торған хистәренән арып диванға көсһөҙ барып төштө. Уның күҙе алдына йөрәген әрнеткес картина килеп баҫты: бына Зифа диванында йәнен бирҙе. Берәйһе уны табып ала ла ҡыҙына шылтырата. Улар килеп етә. Тик балаһынан, кейәүенән тыш бер кем килмәгән. Бер күршеһе инмәне, бер ауылдашы хушлашманы. Бөтәһе лә Сабираның туйында байрам итеп йөрөй! Ә Сабира гөл-сәскәгә күмелгән баҡсаһынан раузалар ҡырҡып туйҙың өсөнсө көнөнә Зифа ятҡан зыяратҡа килә лә әүәлгесә баҫҡан кеүек ҡәберендә бейей... Ошоларҙы күҙ алдына килтереүе булды, үҙе үҙенә шул хәтлем йәл булып китте!..
— Юҡ инде, үлһәм үлермен, әммә иң яҡшы баҡса өсөн призды алмай был донъянан китмәйем, — тип тирләп-бешкән битен итәге менән һөрттө. Сабираны, исмаһам, ошо шатлыҡтан мәхрүм иткеһе килде. Сәмләнеп, хәҙер үк баҡсаһын тәрбиәләргә сығырға булды. Яҙ көнө сәскәләр ултыртыуын ултыртты ла, шунан алып ҡарағаны юҡ. Үлергә йөрөгәндә гөл-сәскә ҡайғыһымы?
Эскүлдәген дә сисмәй, тышҡа сығырға итте. Көнө-төнө хәрәкәт итмәй ятҡас, аяҡтары ойоп бөткән, атлап китә алмай бер килке торҙо. Аяҡтарын ыуалап өйҙөң бер мөйөшөнән икенсеһенә атланы...
Баҡсаһында эшләгәнендә Зифа әбейгә нисектер моңһоу булып китте. Ул үләм дә үләм тип өйөндә бикләнеп ятҡан була, ә тышта донъя ҡайнаған! Хатта, ана, уның ишек алдында гөл-сәскәләр ҡарауһыҙ булһа ла ҡый үләндәренә бирешмәй шаулап үҫә. Ә Сабира үлмәҫкә тыуғандай һаман кейәүгә сығам тип ҡаңғыра...”Уф, шул Сабира! – тип йән дошманын иҫләгәс, төкөрөп тә алды. Асыуынан бер көндә баҡсаһын рәткә килтерҙе. Элеккесә балҡып тора. Быйыл да ул “Иң яҡшы баҡса” номинацияһын алыуына тамсы ла шиге юҡ...
– Китсе... Көнсөллөк тә йәшәтә икән, - тип Зифа әбей йоҡлар алдынан йылмайып үткән көнөн иҫенә төшөрҙө.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас