

Беҙ, егерме биш курсантҡа – мастерыбыҙ Зөлфәр Юламанов исемле ағай , күҙ-ҡолаҡ булып йөрөнө. Матур кәңәштәрен биреп, эшкә тиклем оҙатып, беҙҙе ундағы бригадир, мастерҙарға тапшырып, улар менән ихлас аралашты. Бригадирҙарҙың күпселеге – урындағы халыҡ, ҡойма аша төрлө запас өлөштәр бәреп, ситтән килгәндәргә шуларҙы арҙан ғына хаҡҡа һатып, үҙҙәренсә аҡса эшләп йөрөгән икән.
Яңы йыл алдынан Зөлфәр ағай:
– Бер- ике көнгә өйгә ҡайтып киләм. Һин, төркөм старостаһы булараҡ, күҙ-ҡолаҡ булып тор инде, тип тимер юл вокзалына тиклем такси саҡыртты.
– Әйберҙәрем күп, ярҙам итеш әле, – тигәс, ике ауыр сумаҙанын күтәрҙем. Уларына саҡ көсөм етте, әйтерһең таш тултырғандар!
...Май аҙағында имтихан тапшырып, шофёр танытмаһы алып, совхозға эшкә урынлаштым. Ай буйына, бер боҙоҡ “УАЗ – 469” машинаһына «планетарка һәм хвостовик» тигән запас өлөш эҙләп, бөтә Учалы районын урап сыҡтым. Аҙаҡ ҡына, бер йылғыр танышым, Учалы ауылы дауаханаһының гаражында эшләүсе, бер механикка барырға кәңәш итте. Етмәһә, ярҙам һорап, хатта уның исеменә хат-записка яҙып ебәрҙе. Барып таптым шул кешене. Ул мине баштан-аяҡ күҙенән үткәрҙе лә:
– Ошо адрес буйынса бар, ярҙам итерҙәр, – тигәс, ҡыуанып, өмөтләнеп, Учалы ауылының, Үҙәк урамында урынлашҡан йортто барып таптым. Эте өргәнгә, өйҙән хужа килеп сыҡты. Бер-беребеҙҙе күреп, ҡыуанышып киттек! Беҙҙе уҡытҡан, һөнәрсе иткән, дан мастерыбыҙ! Йомошомдо әйткәс, Зөлфәр ағай ихлас йылмайып :
– Сумаҙандарҙы такси машинаһына тиклем үҙең күтәрешеп килтерҙең бит, тимәк бында һинең дә өлөшөң бар бар, тип мине ҡыуандырып, ҡулыма кәрәкле запчасть өлөштәрен килтереп тотторҙо. Уларҙы ул тегендә, Ульяновск ҡалаһында булғанда, урындағы эшҡыуарҙарҙан арзан ғына хаҡҡа һатып алған булған икән.
...Өлөшөңә төшкән көмөшөң була, – тиҙәр бит. Тормошта ла шулай: бер көн шулай ул һиңә өлөшләтә , йә шатлыҡ-ҡыуаныс, йә ҡайғы-хәсрәт килтереп тоттора.
Фото: youla.ru