"Һөйләйме?"
Ауылда радио яңы пәйҙә булған йылдар. Ҡытайҙарҙың баш кейеме кеүек, уртаһы артҡа ослайған ҙур түңәрәк ҡара ҡатырғанан һәм "тимер"ҙән ғибәрәт нәмәне "табаҡ радио" тип атай инек. Шул "табаҡ" урамға ултыртылған бағаналарҙағы тимерсыбыҡтарға тоташтырыла һәм йыш ҡына телһеҙ ҡала. Ундай саҡта ағайым бағана башына менә лә сыбыҡҡа сыбыҡ тоташтырылған урындың тутығын игәй.
Шулай бер заман йәнә бағана башына менеп китте. Бер аҙ игәне лә:
— Һөйләйме? — тип һораны.
— Юҡ, — ти атайым.
Ағайым бер аҙҙан йәнә:
— Һөйләйме? — ти.
Шулай бер нисә рәт ҡабатланды. Ағайым, не может быть, тип бағананан төшөп, өйгә керһә, радио шаулап тора. Концерт бара.
— Ниңә алдайһың, һөйләй бит! — тип үпкәләне ағайым.
— Һөйләмәй бит, йырлай! — тине атай ғәҙәтенсә кеткелдәп көлә-көлә. Уға, әлбиттә, беҙ ҙә ҡушылдыҡ.
"Һалһаң ярай..."
Үткән быуаттың 60-сы йылдары. Ауылда ул саҡта йығылып ятып эсеү юҡ, туй-маҙар, һуғым аштарында ғына йылына бер-ике ҡабат күңел асып алалар ине. Унда ла күпселек ваҡыт эсеп-иҫереп түгел, халыҡ йырҙарын йырлап, ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләп үтә торғайны. Ә иртәгәһен "баш төҙәтеү"ҙең нимә икәнен дә белмәйҙәр ине.
Бына шундай тыйнаҡ туйҙарҙың береһе бара. Атай инде шаҡтай олоғайған, шуға көрәгәсе ҡыйынһынып ҡына:
— Мәхмүт бабай, һиңә лә һалырғамы? — тип һорай икән.
— Әй-й-й-й, хәҙер инде миңә-ә һалһаң ярай, һалһаң ярай! — тигән атай.
Шунан һуң был "һалһаң ярай" башҡа табындарҙа ла бик йыш ҡабатлана башланы. Әлеге лә баяғы күберәк эсеү өсөн түгел, ҡыҙыҡ өсөн...