+28 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
15 Декабря 2025, 12:45

ХАКИМДАРҘАН АМАНАТ

Тау-ташлы төпкөлдә Батша юлы бар. Килер-килмәҫ батшаға борон урманын ботап, ҡырсын түшәп, көрәк-кәйлә менән генә иркен, матур юл һалғандарына аптырап ҡуяһың. Тик ниңәлер ул юлдан батша түгел, этем дә йөрөмәгән, тиҙәр. Хәҙер инде уны лапы баҫҡан.

ХАКИМДАРҘАН АМАНАТХАКИМДАРҘАН АМАНАТ
ХАКИМДАРҘАН АМАНАТ

Өфөгә яҡын бер совхозға ҡасандыр һәйбәтләп асфальт йәйгәндәр: имеш, Мәскәүҙән киләсәк генсекка күрһәтергә тейеш булғандар «шәп» хужалыҡты. Ҙур түрә форсат тапмағандырмы – үҙен дүрт күҙ менән көткән ергә барып та урамаған. Шуныһы: хужалыҡтың бүтән ауылдарына, Батша юлына яҡын тарафтарҙағы ише ауылдарға, һаман да ипле юл юҡ.
Хакимдарҙан изгелектәр ҙә, яуызлыҡтар ҙа ҡала. Үҙҙәре аяҡ баҫмаһа ла, юлдар ҙа ҡала икән.

Сабир ШӘРИПОВ.
“Юл хикмәттәре”нән.

Автор:
Читайте нас