-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
15 Декабрь 2025, 18:20

Их, пуйызы...

70-се йылдар башында беҙҙең атай менән әсәй Әбйәлилгә кейәүгә сыҡҡан апайҙарға ҡунаҡҡа барғанда Биләрит - Магнит пуйызына ултырғандар. 6-7 йәшлек иң бәләкәй ҡустыбыҙҙы ла үҙҙәре менән алғандар ине. Йөрөп айтҡас, ғүмерҙә лә пуйыз күрмәгән ҡалғандарыбыҙға үҙенең юлда күргәндэрен шулай бәйән итте ҡустыҡаш:"Китеп бара инек, бер тауҙы менгәндә пуйыз буксауать итә баштаны.

Их, пуйызы...
Их, пуйызы...

Шунан пуйыздың шуфиры килеп сыҡты ла, куфайкаһын сисеп, пуйыздың тәгәрмәстәре араһына һелтәне. Шунан пуйыз анһат ҡына тауға менеп китте..." Ә беҙ, йәғни ул ҡустымдан 2 һәм 4 йәшкә өлкән булған Юлай ҡустым менән икебеҙ , ауыҙыбыҙҙы асып тыңлайбыҙ быны. Пуйызды күреү генә түгел, уға утырып йөрөп ҡайтҡан ҡустыбыҙға көнләшеп, эсебеҙ көтөрҙәй үҙебеҙҙең...

Ғәҙилә Бүләкова.

Фото: stylishbag.ru

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас