-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
20 Декабрь 2025, 14:20

Ярлы байҙар

– Ишғәле, ишеттеңме бер хәбәр? Башҡортостанда йәшәүселәрҙең айлыҡ аҡсалата килеме йән башына уртаса 50 меңгә яҡын, теүәл генә әйткәндә 49 мең 136 һум икән.– Ҡушғәле, бына минең ике балам бар, тимәк, беҙ ҡатын менән айына йөҙәр мең һум эшләйбеҙ булып сығамы?

Ярлы байҙар
Ярлы байҙар

– Эйе, серегән бай икәнһең дә, белмәгәйнем. Ул тиклем аҡсаны ҡайҙа ҡуйып бөтәһең? Статистика органдары иҫәпләп сығарған был һанды, бер ҙә алдаҡ түгел. Мин айына дүртегеҙгә күпмешәр аҡса тотоноуыңды ла беләм: 45 мең 325 һум. Тимәк, ай һайын 3811 һум аҡсаң яныңда ҡала.
– Әкиәт кенә шул әйткәнең. Шул тиклеп эш хаҡын мин бер айҙа түгел, өс айҙа алам, ҡатын да шулай. Нишләп минең өс кредит картаһы бар һуң, эш хаҡы айҙыҡы айға етмәгәнгә түгелме? Бурысҡа йәшәгән кешенең нишләп янда ҡалырлыҡ аҡсаһы булһын! Бына күршем икенсе хәл. Диңгеҙҙә алты-ете ай буйы балыҡ тота, ҡайтҡас, бәләкәй балаһы танымай тора үҙен. Уның ҡарауы, аҡсаны көрәп ала.
– Тимәк, статистика органдары хәҙер ярлының килемен байҙыҡы менән бергә ҡушып иҫәпләй, үәт, баш уларҙа!.. Бынағайыш, ишетмәһәң – ишет!

Ғәҙел Аптыраҡов.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас