– Уның исеме мөхәббәт, балаҡайым. Өс йыл була бит танышыуығыҙға, хәтереңдәме? Яңы йыл алдынан... Подъезға тиклем икәүебеҙҙе оҙатты ла, һинең телефон һандарын яҙып алғайны. Кейәүгә саҡырмаймы әле? – Маһира апай, ҡыйыулығын йыйып, егерме бишен тултырған ҡыҙынан һорай һалды. Ә Айсулпан өсөн ул ҡурҡыныс үткән шикелле, бер ҙә аптырамай ғына яуапланы:
– Ул тәҡдим төшкө сәйгә туҡтарҙан биш минут алдан килә, әсәй. «Сыҡ миңә кейәүгә, йәнем», – тип яҙа. Йыл ярым инде.
– Ә һин нимә тип яуаплайһың? – әсәй кеше ҡыҙы алдына ҡылт итеп йүгереп килде.
– Өндәшмәйем. Өркөтөүҙән ҡурҡам. Уға яуап кәрәкмәй ҙә шикелле. Кәрәкһә, осрашҡан ваҡытта тәҡдим итер ине. Осрашһаҡ бит, бер ни өндәшмәй, йылмайып ҡына йә бергәләп магазинға инеп сығабыҙ, йә юл аша үтәбеҙ. Ә ҡалған аралашыу телефонда ғына бара... Өс йыл инде.
– Яуап бир һин уға, ғүмер үтә бит. Мин дә ейәндәр тыуыуын көтөп арыным. Исмаһам, яратып ҡалһам, тием дә, – Маһира апай тағы йөрәген өйкәп торғанын ысҡындырҙы. Йыуынырға ингән ҡыҙы яуапһыҙ ғына уны тыңланы.
– Бер-беребеҙҙе өйләнешерҙәй итеп белмәһәк тә, ризалыҡ бирәйемме? Нисек йәшәрбеҙ һуң? Мин уның фотограф булып эшләүен генә беләм. Яҙған хаттарында матур тау-урмандар фотоларын һала ла, гел «яратам», тип яҙа. Ҡайһы саҡта «һағындым, бәғерем», тигән була. Үҙем дә шул хаттарына өйрәнеп киткәнмен, яуапһыҙ ғына көтәм. Килһә, күңелгә нисектер рәхәт һымаҡ та булып киткеләй. Шуға әүрәп, бүтәндәр менән аралашмайым. Ана, Рәмиләне күрәм бит, егете менән көн буйы талашалар ҙа, кис етһә, йә киноға, йә дискотекаға бергәләп китәләр. Икенсе көнөндә тағы телефон аша, йә осрашып талашалар. Бер-береһенә әйтмәгән алама һүҙҙәре ҡалмай. Ә беҙҙең аралашыу – китаптағы һымаҡ. Ул яҙа, мин уҡыйым. Ул яҙа, мин ҡыуанам. Шулай өйрәнгәнбеҙ.
Маһира апай ҡыҙының һөйләүенән ҡурҡышта ҡалды: нисек инде телефондан хат алышып ҡына йәшәмәк кәрәк? Исмаһам, етәкләшеп урам буйлап йөрөмәгәс, күккә ҡарап йондоҙҙар һанамағас, йә бер-береңә ҡарап кафела ултырмағас?!
– Ҡыйыуһыҙлығын еңә алмай йөрөй егет. Һин бөгөн уның хаттарына яуап бир. Ә эштән һуң күрешеп алығыҙ. Тәҡдимен кире ҡағып ҡуйма. Егеттәр юҡ заманда кейәүһеҙ ҡалмайыҡ. Йәшең дә бара бит...
Айсулпан шулай итте лә. «Төшкө аштарың тәмле булһын, ҡәҙерлем. Сыҡ миңә кейәүгә, йәнем! Һин дә матур, мин дә нисауа, ә балаларыбыҙ донъялағы иң матурҙары булыр», – тигән төшкө хат порцияһы килеп төшкәйне, оҙаҡ уйламай, яуап яҙҙы: «Мин риза, ҡәҙерлем. Туй көнөн билдәләр өсөн бөгөн күрешәйек. Редакциянан мине ҡаршы алһаң да була. Мин ҡыҙыл раузалар яратам». Исемләп өндәшергә лә иткәйне, ләкин йәнкиҫәккәйенең исемен белмәгәс, хаты аҙағына «ҡәҙерлем», тип өҫтәп ҡуйҙы. Бының бер зыяны юҡтыр, тип уйланы ҡыҙ. Сөнки үҙе лә, йә йәнем, йә ҡәҙерлем, берҙән-берем, йә һөйөклөм тип кенә яҙа бит. Хатына яуап килмәне. Эш көнөн берсә борсолоп, берсә буласаҡ осрашыуҙы күҙ алдына килтереп онотолоп-онотолоп үткәрҙе Айсулпан. Моғайын, егете ул яратҡан ҡыҙыл раузаларҙан ғына торған ҙур букет тотоп килер. Быныһы оялып ҡына, ҡараштарын төшөрөп, уларҙы алған булыр. Тәүгә танышҡан кешеләрҙәй булып исемдәрен һорашырҙар. Моғайын, ул йә Азат, йә Азаматтыр. Сөнки тап ошо исемдәрҙе яҡын күрә Айсулпан. Хыялланғанда ла тел төбөндә ошо ике исем урала. Шунан былар, ресторанға барыр. Шул ресторан хәстәрләп хатҡа яуап яҙмағандыр әле. Урам буйлап сут-сут һөйләшеп етәкләшеп кенә атларҙармы икән, әллә һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй машиналамы, йә такси саҡыртырмы... Ни эшләһә лә Айсулпан ҡаршы килмәҫ. Тәү баштан үҙен донъя тотҡаһы, ғаилә башлығы итеп тойһон әле егете. Ҡарарҙарҙы ла үҙе ҡабул итһен. Был көндө йыл ярым түҙемһеҙләнеп көткәнен әллә нисә тапҡыр ҡабатлар инде бахырҡай...
Киске алты тулыу менән, тәүгеләрҙән булып эштән сыҡты Айсулпан. Сыҡты ла, редакция эргәһен ҡырҡ ураны, егете күренмәне. Баяғы ресторан, йә кафе белешеп һуңлайҙыр, тип үҙен тынысландырҙы ҡыҙ. Ләкин бер, ике сәғәт үтте. Телефон да тынып ҡалған. Шылтыратып ҡараны, геүелдәк тә бармай хатта. Смс яҙҙы, «хатығыҙ тапшырылманы» тигән яуап килде. Ә ғәҙәти тормошта ул егете был мәлдә инде өсөнсө, дүртенсе тапҡыр сәләмдәр ебәрергә тейеш ине лә һуң!..
Кәйефе боҙолоп, ҡайтыр юлға сыҡты Айсулпан. Ҡәҙимге генә алыҫ йәшәһәләр ҙә, уйҙарын рәткә һалайым тип, йәйәүләп ҡайтырға булды ул. Парк буйлап яйлап атланы. Эргәһенән үткән һәр әҙәм йөҙөндә яҡын кешеһен танырға теләгәндәй, һәр береһенә текләп ҡараны. Шулай атлай торғас, уны баҫтырышып барған егет менән ҡыҙ ҡыуып үтте. Егет ниндәйҙер таныш тауыш менән ҡысҡыра биреп үҙенән алда атлаусы ҡыҙға: «Мин бөгөн генә өс йыл яратҡан ҡәҙерлем менән ташлаштым. Бик әүҙем булып сыҡты, өйләнешергә тәҡдимде миңә үҙе яһаны ла ҡуйҙы. Розалар һорай, етмәһә. Аптырарлыҡ, эйе бит. Үткән замандан төшөп ҡалған булып сыҡты ул сибәркәй – роза, туй... Тора-бара бала таптыра башлаһа... Ташларға тура килде. Уны ла, телефон симкаһын да. Шулай ҙа бик ҡыйын миңә, телефон аша аралашмайынса йәшәй алмайым. Телефон һандарығыҙҙы ғына әйтегеҙ, мин һеҙгә матур хаттар яҙырмын, фотолар һалырмын», – тип хәбәр һөйләгәне ауаз булып яңғырап ишетелеп ҡалды...