Фәйрүзә еңгә өйҙән сығырға йыйына. Ҡайны-ҡәйнәһен ҡәҙер итә белгән Әлмирә килен ҡайныһының өҫ-башын ҡаҡҡылап, рәтләшеп ҡунаҡҡа оҙатышып йөрөй. Сәйфулла ағайҙың күлдәгенең түше тапҡырында оҙон сәс йәбешеп торғанын күргәс, уныһын да алып ташламай булдыра алмай уңған килен. Әммә теге сәс йәбешеп торған ерҙә тора бирә. Икенсе тапҡырға уҡталып кинәт кенә нығыраҡ итеп тартыу менән ҡайныһының ҡалыш тауыш менән «Ой, ә-эмм!» тип ҡапыл тайшаныуына аптырап ҡала. Быға һындары ҡатҡансы көлгән ҡәйнәһе: «Ҡайныңдың түшендә үҫкән сәс бит ул, килен, – ти, – күлдәгенән үтә сығып торған...». Әлмира килен ҡайныһының түше йөнлө икәнен, әлбиттә, белмәгән...
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.