-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
24 Декабрь 2025, 12:05

Памперсмы, сникерсмы...

Уҙған быуатта, илдә үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте башланғас, барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, магазиндарҙа, аптекаларҙа элек беҙ ишетмәгән-күрмәгән һәр төрлө сит ил исемдәре йөрөткән әйберҙәр күбәйеп китте. Телевизорҙан берәй фильм ҡарарға ултырыуың була, йә памперсҡа реклама яһайҙар, йә сникерсҡа, йә тампакс... Бихисап шундай шаҡы-шоҡоноң тәғәйенләнешен олораҡ кешеләр ҡапылда хәтерләп ҡалмаған осраҡтар ҙа күп, әлбиттә.

Памперсмы,  сникерсмы...
Памперсмы, сникерсмы...

Шул ваҡыттарҙа Рәфҡәт еҙнәләргә хәл-әхүәл белешергә барҙым. Инде алтмышҡа еткән еҙнәмдең күптән түгел генә тәүге ейәнсәре донъяға килгәйне. Шул бәләкәс өсөн ни алып, ни ҡуйырға белмәй йөрөгән мәлдәре. Аптекала бала өсөн һәр саҡ памперс һатып ала башлаһаң, барлыҡ эш хаҡың тик шуға ғына китәсәк. Аҡсаһын аҙ ғына булһа ла экономлау ниәте менән, Гөлнур килен ундай нәмәләрҙе һәр төрлө марля, сепрәк-сапраҡтан күбеһенсә үҙе әтмәлләй. Әле мин барғанда ла, марляларҙы төргөләп, үтекләй торған ерҙәрен үтекләп, тегә торған урындарын теккеләп, килен кеше памперстар яһап ултыра ине. Рәфҡәт еҙнәм, пенсионер кеше, ҡайсаҡ өйҙә эшһеҙлектән интегә ахырыһы. Ҡулдарын артҡа ҡуйып, эш менән мәшғүл булған килене тирәһендә унда-бында үткеләп йөрөй. Бер аҙҙан, һүҙ юҡта һүҙ булһын, тигәндәй, ихлас ҡына итеп һорап ҡуйҙы: «Килен, тампакс әҙерләп ултыраһыңмы?..» Ундай-бындай һүҙҙәрҙә ҡапылда буталған мин дә быға әллә ни иғтибар итмәгән булыр инем, әгәр ҙә килен кинәт кенә тыйыла алмай ҡысҡырып көлөп ебәрмәгән булһа... «Юҡ, ҡайным, памперс яһайым, памперс. Балаға һәр саҡ һатып алып йөрөмәҫ өсөн…» «Ә-ә-әй, кем белһен хәҙерге нәмәләрҙе – тампаксмы, памперсмы…» – тип, һөйләнә-һөйләнә сығып китте еҙнәм…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас