-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
3 Ғинуар , 14:30

СНЕГ — ЫСЫН АҠ

Әхмәр Үтәбай: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 1058-се күҙәтеү. "Әгәр теләһәң дөйөм иғтибар, йыйылыштарға һәр саҡ һуңлап бар" тигәйне бер саҡ Рәйес Түләк. Шуның кеүек, ҡар быйыл һуңлап яуғас, бар кешенең иғтибары ҡарҙа. Яңыраҡ Баймаҡтан Ислам дуҫ Булатов миңә:—Дуҫ, ниңә ҡар аҡ төҫтә?— тигән һорау ебәрҙе.—Ҡара төҫтә булмағанға?— тинем ҡапыл нисек яуапларға белмәй.—Тағы ла ни өсөн аҡ?— Ислам йәнә һорауын ҡабатланы.

СНЕГ — ЫСЫН АҠ
СНЕГ — ЫСЫН АҠ

—Үҙең нисек уйлайһың, дуҫ? — Һорауына һорау сәпәнем, уның да яуабын ишетергә теләп.
—Ҡыш ҡояш Ерҙән алыҫлашҡас, көн, бигерәк тә төн ныҡ ҡараңғылана. Шуға Хоҙай донъяны яҡтыртыр өсөн ҡарҙы беҙгә ағартып ебәрә...
...Хәҙер Исламға мин дә үҙ яуабымды ошо күҙәтеүгә яҙам: "Ҡасандыр Ғәбиҙулла дуҫыбыҙ мәрхүм урыҫса "снег" һүҙенең беҙҙең "ысын аҡ"тан алыныуын әйткәйне. Хоҙай донъямды яҡтыртыр өсөн һине миңә дуҫ итеп ебәргән, Ислам дуҫ..."

Фото: shedevrum.ai

Автор:
Читайте нас