Аҙаҡтан Салауат дуҫына рәхмәт һүҙе белдерә: “Ҡыҙым: “Атай, программала “махсус ҡунаҡ” тип яҙылған. Кем һуң ул?” – ти. Берәйһе килмәгәндер мин әйтәм. Айҙар, беренсенән, саҡырылмаған ҡунаҡ...үҙең аңланың инде. Алла бирһә, һинең тыуған көн еткәс, мин дә әйтмәйсә генә килеп, концертыңды боҙормон әле.
Беҙ Айҙар менән сәхнә юлын бергә башланыҡ. Шуны ла әтәйем әле – ошо кеше менән бер ҙә ҡыҙыҡ түгел. Эсеп тә, һуғышып та, талашып та булмай, – тип шаяртҡан ул уны.