-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
20 Ғинуар , 14:50

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...

Яңғыҙ ғына йәшәп ятҡан Миңленур әбей улы Фәрхетдингә хат яҙмаҡсы булып, ҡаланан каникулға ҡайтҡан күрше ҡыҙын саҡыра.- Ҡыҙым, балаларҙан күптән хат юҡ, лутсы, хәлдәрен белеп, үҙем яҙайым әле. Әйҙә, мин әйтеп торормон, һин урыҫсалатып яҙырһың, йәме. Килен менән ейәнем беҙҙең телде аңламай шул.- Ярай, Миңленур инәй, була ул. Яҙам, башла, әйҙә.- Хат башы, яҙ ҡаршы, тип ҡуй ҡыҙым.- Голова письма, пиши против. Булды.- Һаумыһығыҙ, һеҙгә йыраҡ ерҙәрҙә йәшәп ятыусы улым Фәрхетдин, килен вә ейәнем Аристотель.- Здравствуйте, вы на далеком живущие-лежащие сын мой Фархутдин, сноха и внук Аристотель. Яҙҙым. - Сәләм тамам. Сәләм һуңында бер аҙ һүҙгә күсәм, тиерһең.- Привет кончился, после привет один немного на слово переезжаю.- Беҙҙә бер аҙ яңылыҡтар бар.- У нас один немного новости есть.- Ҡара һарығым бәрәнләне.- Черная моя овца обаранился.

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...

- Сыбар тауығым һаман әле күкәйен күршеләргә кертеп һала иманһыҙ.
- Пестрая курица моя всё ещё свое яйцо на соседов кладёт, без имана.
- Күрше яҡ Ғәптерәй ҡыҙы Фирдания, динһеҙ, уйнаштан бала тапты, тип яҙ.
- На против сторона Гаптриева дочь Фирдания без религии, от игры ребёнка нашла.
- Шайтан һыуы арҡаһында персиҙәтел Сәғдиевты сығарып аттылар.
- Из-за спины чёртовой воды председателя Сагдиева вынесли и застрелили.
- Үҙем былай һәйбәт ятам.
- Сама сюда хорошо лежу.
- Үҙегеҙ нисек кенә ятаһығыҙ һуң?
- А сами -то как лежите, поздно.
- Һаулығым ҡаҡшау, оҙаҡ тора алмам, балалар.
- Здоровье моё шатается, долго не могу стоять, дети.
- Оҙаҡламай теге йортҡа күсермен ахырыһы, үлемтектәрем дә әҙер.
- Скоро перееду в новый дом,  смертные тряпки уже готовы.
- Башҡа яҙыр һүҙем юҡ.
- На голову писать слов нету.
- Һау булығыҙ, әсәгеҙ – Миңленур булыр.
- Будьте здоровье, ваша мать Лучинка с родинкой.
Хат китеп, аҙна-ун көн үткәндән һуң, Миңленур әбейҙе ерләп ҡатйҡас, ейәне Аристотелдән телеграмма килеп төштө. “Бабуля, поздравляем с новосельем”, – тиелгән ине унда...

Фото: in.pinterest.com

Автор:
Читайте нас