– Үҙәккәрәк үт, ҡайҙа икән ул ҡәһәрҙәрҙең балнисы? – тип көсәнә юлдашым, таныш түгел был ҡала ситенең бер нисә урамын бушҡа урап сыҡҡандан һуң.
– Үҙәктә балнис була, тиһеңме, йүнле урында ул ситтә һалына! – тинем мин, шәхси секторҙың бер тыҡрығы ҡаршыһына барып туҡтағас.
Урамда бер әҙәм заты юҡ. Был ҡала мөйөшөнөң инде һуңғы йорттарында ла уттар һүнеп бөтөп бара. Ваҡыт та байтаҡ, күрәһең. Ҡапыл алыҫ түгел бер йорт ихатаһында ут тоҡаныу менән йәйәүләп шунда саптым. Баҫҡыс буйлап бер ҡатын төшөп килә ине.
– Һаумыһығыҙ! Әйтмәҫһегеҙме икән, ҡайҙа бында балнис? – Апай минең ҡапыл ғына ҡапҡа тышында пәйҙә булыуыма бер аҙ шөрләне, буғай, әммә тиҙ генә үҙен ҡулға ала һалды.
– Ниндәй балнис, күктән төштөңмө әллә? Уны бит күптән яптылар! Дауахана күрше ҡалаға күсеп китте!
– Нисек?! – мин әйтәм, – ҡалағыҙҙа бер ниндәй ҙә врач-маҙар ҡалманымы әллә?
– Ҡалғандыр ҙа, тик күбеһе балнис менән бергә күсенделәр. Бер нисә шәхси клиника бар, әммә уларына инәм тиһәң, аҡса кәрәк!
– Аҡсаһы чурт с ним, бында кеше үлеп бара! Күрһәтеп ебәрегеҙ инде, ҡалайыраҡ барырға унда?! – тим мин.
– Хәҙер балнистың үҙендә ремонт бара. Белмәйем, һуңынан нимә унда эшләйҙәрҙер, ә түләүлеләре тегендә, үҙәктә, ултыра. Бынан ғына тороп, мин юл өйрәтә алмаҫмындыр ул, үҙемдең дә уларҙа булғаным юҡ, – ти ҡатын.
– Яндекс картанан, бәлки, табып булалыр? – тигән булам бер ҡатлы мин.
– Яндекста?.. Интернетты әйтәһеңме? Булалыр, тик беҙҙә бер ай тирәһе интернет юҡ, һүндерҙеләр уны.
– Юҡ?! – тип мин көрһөнөп һорауымды ҡабатланым.
– Шулай! – ти ул. – Беҙҙең ҡала бит – ауыл түгел. Бынан алыҫ түгел Ҡайынлы тигән ауыл. Барып килегеҙ, уларҙа интернет тота. Унда хәрби завод та юҡ, ковид ваҡытында вышканы ла бысманылар. Картаны ҡарағыҙ ҙа, шунан кире килеп эҙләрһегеҙ. Һәйбәт врачтар китмәй, бында ҡалғандар, тип һөйләйҙәр. Маладистар инде, ни әйтәйем! Уларҙың фамилиялары ла бик билдәле кешеләрҙеке һымаҡ.
Ҡойма буйындағы үлән өҫтөндә әлһерәп ултырған Әхнәфте саҡырып алдым да, һыпырттыҡ кире яҡҡа.
– Үлтерәһең хәҙер мине! – тип өҙгөләнә теге.
– Шашлык күрмәгән, диуана, бынау бәлештәрен нимә тип тығындың инде! Тукталҡа, кафеларға инеп йөрөмәгән булһаҡ, күптән барып та еткән булыр инек! – тип мин дә тегене эстән генә һүгәм...
Интернет табып, бар скриншоттарҙы эшләп, ҡалаға кире килгәндә, ярты төн уҙғайны инде. Хәҙер беҙгә билдәле фамилиялар йөрөткән врачтарҙың клиникаларын эҙләргә генә ҡалды...
Әхнәфтең хәле бер аҙ еңеләйгәндәй булды. Ҡорһағын ҡосаҡлаған да, миңә унда борол, бында бар, тип өйрәтеп ултыра. Картала бер нисә клиника күрһәтелгәйне, был шуларҙың береһен төртөп ошонан башларға тәҡдим итте.
– Доктор Албан? Һе! Ис май лайф! Төркөмдөң берәй ҡыҫылышы бар микән бында? Фамилия тиһәң, беҙҙә ундайҙар әллә инде?! – ти теге.
Әммә «Доктор Албан» урындағы рок-клуб һәм музыкаль студия булып сыҡты. Беҙ бер аҙ шаңҡып торҙоҡ та, ары ҡуҙғалдыҡ.
«Доктор Ватсон» шәхси детектив компания икәнен аңлау менән Әхнәфкә тағы ла ауыр булып китте. Ваҡыты-ваҡыты менән көсәйгән ғазаптарын бер аҙ еңеләйтер өсөн ул тағы машинанан ситкә китеп йөрөп алды. Оҙаҡламай «Доктор Живаго» шағирҙар ойошмаһы, ә «Доктор Наук» һәләтлеләр мәктәбе булыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән килеп күрҙек.
Яҡтыра ине инде, ләкин, үкенескә күрә, картала «Медицина үҙәге», йә «Клиника» тип яҙылған бер генә лә урын булмай сыҡты. Иң аҙаҡтан Әхнәф «Доктор Айболит» тип күрһәтелгәненә барырға ризалыҡ бирҙе.
– Ветеринарға булһа ла, алып бар, – тине лә бөтөнләй үк һуҙылып ятты.
Быныһының да тик балаларҙың әкиәт йорто икәне башыбыҙға барып еткәс, Әхнәф йәнә тышҡа йүгерҙе. Был юлы ул, ниһайәт, йоҡлап ятҡан шундағы бер асарбаҡтың өҫтөнә барып баҫты.
Бер аҙҙан тегенеһе Әхнәфте тоҙло-боросло һүҙҙәр менән бар донъяны яңғыратып һүгә башланы:
– Күрмәйһеңме, туңбаш?! Ана тора клиника! Уларҙың фамилияларын бар әҙәм заты белә!
Ысынлап та юл аша ғына таҡта тора ине. Шунда булған икән беҙ эҙләгән яңы дауахана.
«Шәхси клиника! Тәүлек әйләнәһе эшләй! Табиптар: Пушкин, Гагарина, Эйнштейн, Хөсәйен».