-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Ғинуар , 13:53

Мәрәкә икән

Район гәзитенең бер бүлеге. Ашығып Гүзәл инә һәм биҙәнә башлай. Артынса Нәсимә инә. НӘСИМӘ. Һаумыһығыҙ, Гүзәл Әкрәмовна. (Биҙәнә). ГҮЗӘЛ. Һаумы. Нәсимә, миңә 10 мең аҡса биреп тор. Бер танышым ашығыс икенсе ҡалаға күсенә, шуға бар әйберен һата. Миңә норковый шубаһын 20 меңгә бирә. Магазинда улар бит – 100 мең! Ун мең таптым. Тағы ун мең кәрәк. Миңә шундай килешә! Биреп тор. НӘСИМӘ. Гүзәл Әкрәмовна! Миндә ҡайҙан ундай аҡса?ГҮЗӘЛ. Эй, һин шул инде! Ни яҙа белмәйһең, ни аҡсаң юҡ! (Телефондан шылтырата). Алло! Мөнирә! Норковый шуба таптым арзанға. Срочно 10 мең биреп тор! (Трубканы һала). Ике коттедждары, өс машиналары бар. Бер тин аҡсам юҡ, тип ултыра! Һаран!

Мәрәкә икән
Мәрәкә икән

Нәсимәнең телефоны шылтырай.
НӘСИМӘ. Алло! Радик, һинме? Хәйерле иртә, һөйөклөм! Һағындың? Эй, иҫәркәй! Бөгөн кис осрашабыҙ бит. Эйе, һөйләшкәнсә, сәғәт етелә, мәҙәниәт йорто янында.
Телефон шылтырай.
ГҮЗӘЛ. Алло! Ә-ә, Сәлимә, һаумы? Бөгөн һин дежурмы? Нисек һаулығың? Ғаиләң? Бик һәйбәт. Ниндәй конкурс? Иртәгәге һанда сығырға тейешме? Әҙер, әҙер! Саҡ ҡына яҙаһы ҡалды. (Трубканы һала).
Бабай инә.
БАБАЙ. Һаумыһығыҙ!
НӘСИМӘ. Һаумыһығыҙ.
ГҮЗӘЛ. Һаубыҙ әле! Нәсимә, срочно бынау ҡәһәр һуҡҡыр конкурс хаҡында материал яҙ. Аҙна үтеп киткән, ә беҙ яҙырға онотҡанбыҙ!
НӘСИМӘ. Ниндәй конкурс?
ГҮЗӘЛ. Атаң башы! Һин бит барҙың ул конкурсҡа! “Дим моңдары”! Район конкурсы! Ҡайҙа материал?
НӘСИМӘ. Гүзәл Әкрәмовна, әйтергә онотҡанмын. Әсәйем ауырып китте лә мин бара алманым.
ГҮЗӘЛ. Шул әсәйең гел генә эш ҡушҡанда ауырый! Бер ни белмәйем, яҙ! Хәҙер үк! Иртәгәге һанда сығырға тейеш! Редактор әйтте.
НӘСИМӘ. Нисек яҙайым, Гүзәл Әкрәмовна, конкурста булмағас?
БАБАЙ. Һаумыһығыҙ! Бына мин...
ГҮЗӘЛ. Ух, эшкинмәгән! Конкурстарҙың нисек үткәнен белмәйһеңме ни? Яҙ! Халыҡ күп йыйылды, тип яҙ. Бейеүҙәр, йырҙар... Бөтәһе лә юғары рухта... Хакимиәт башлығы һүҙ әйтте, тиген. Президент мөрәжәғәтнәмәһен үтәү маҡсатында... һәм башҡалар. Ул булғанмы икән? Юғиһә, һәр хатаға бәйләнеп ултыра. Район гәзитен уҡыуҙан башҡа эше юҡ күрәһең.
Телефон шылтырай.
Алло! Сара, һинме? Сәләм! Сәғәт ун да булып киттеме? Алам шубаны, алам! Аҡса ла таптым! Әле ваҡытым юҡ, срочно мәҡәлә яҙырға кәрәк! Сәғәт ун бергә килеп алырмын! Пока!
БАБАЙ. Һаумыһығыҙ!
ГҮЗӘЛ. (Шылтырата). Алло! Сәкинә! Срочно 10 мең һум биреп тор! Бер айҙан ҡайтарам! (Трубканы ташлай). Был бер стакан һыуын да бирмәҫ!
Телефон шылтырай.
Алло! Абуталип Абдрахманович, һаумыһығыҙ! Ниндәй байрам? Тәмәке тартмау көнө? Иртәгәме? Материал? Әҙер! Әҙер тиерлек! Хәҙер яҙып бөтөрәбеҙ! (Трубканы һала). Нәсимә! Нимә яҙаһың унда?
НӘСИМӘ. “Дим моңдары” конкурсы хаҡында.
ГҮЗӘЛ. Атаң башына кәрәкме һиңә үҙең күрмәгән конкурс? Ташла хәҙер үк! Иртәгә тәмәке тартмаусылар көнө икән! Редактор иртәгәге һанда шул хаҡта мәҡәлә булһын, ти. Яҙ шул турала мәҡәлә! Срочно!
НӘСИМӘ. Нимә тип яҙайым?
ГҮЗӘЛ. Нимә, нимә? Тәмәкенең зарарлы икәнлеген белмәйһеңме ни? Тартырға ярамай, ғүмерҙе ҡыҫҡарта, тип яҙ.
НӘСИМӘ. Ә күпмегә ҡыҫҡарта?
ГҮЗӘЛ. Ай, Алла! Мин ҡайҙан беләйем? Яҡынса төҫмөрлә лә яҙ! Бер сигарет алты минутҡа ҡыҫҡарта, тиген. Ун сигарет – бер сәғәткә! Шулай һана мең сигаретҡа тиклем. Тик һуҙылма, тиҙерәк яҙ!
Телефон шылтырай.
НӘСИМӘ. Алло! Радик, һинме? Нимә кәрәк? Минең ваҡытым юҡ. Һөйләштек бит инде – мәҙәниәт йорто янында. Мин дә... Һағындым. Пока.
Телефон шылтырай.
ГҮЗӘЛ. Алло! Ә-ә, Сәлимә, һаумы? Бөгөн һин дежурмы? Әйттең? Әй, онотҡанмын. Балалар, ғаилә ни хәлдә? Уны ла әйттең? Ярай, нимә кәрәк? Ниндәй материал? “Дим моңдары” конкурсы? Яҙылған, яҙылған! Хәҙер индерәбеҙ. (Трубканы ташлай). Суҡынып ҡына китмәне бит был конкурсы!
НӘСИМӘ. Ул Сәлимәгә нимәгә кәрәк ул конкурс хаҡындағы мәҡәлә? Ана ауыл хужалығында соҡонһон!
ГҮЗӘЛ. Ҡыҙы шул конкурста өсөнсө урын алған. Яҙмаһағыҙ, редакторға әйтәм, ти. Дура!
БАБАЙ. Һаумыһығыҙ! Мин бит...
ГҮЗӘЛ. Бабай, анау ултырғысҡа ултырып тор. Алло! Компьютерныймы? Азалия, һинме? Азалия, тиҙ генә гәзитебеҙҙең былтырғы подшивкаһын ал. Май айында “Дим буйҙары” конкурсы үткәйне. Шуны срочно компьютерҙа баҫ та беҙгә индер. Фсе! (Трубканы һала ла йәнә шылтырата). Ғәзимә, һаумы! Срочно 10 мең кәрәк!. . Һинең бер ҡасан аҡсаң юҡ! (Трубканы ташлай). Бар аҡсаң инфляцияға эләкһен, бөхил!
Телефон шылтырай.
Алло! Тыңлайым, Абуталип Абдрахманович! Яҙабыҙ, яҙабыҙ! Аңланым! Хәҙер яҙабыҙ! (Трубканы һала). Нәсимә! Нимә яҙаһың унда?
НӘСИМӘ. Тәмәкенең зарары тураһында.
ГҮЗӘЛ. Нимәгә кәрәк һиңә уның зарары? Ташла хәҙер үк! Бөгөн хакимиәт башлығы иртәнге планеркала “ҡала урамдары таҙа булырға тейеш” тигән. Иртәгә гәзиттә шул хаҡта мәҡәлә булһын, ти редактор. Срочно яҙ!
НӘСИМӘ. Нимә тип яҙайым?
ГҮЗӘЛ. Атаң башы! Һиңә бер эш ҡушып булмай. Тотаһың да һорайһың: “Нимә, нимә?” Урамдар таҙа булырға тейеш тип яҙ!
НӘСИМӘ. Тәмәкене нимә эшләтәйем?
ГҮЗӘЛ. Ташла, тинем бит. Ә туҡта! Күпме яҙҙың?
НӘСИМӘ. Бер бит.
ГҮЗӘЛ. Еткән! Аҙағына өҫтә. “Тәмәке тартмағыҙ! Ул зарарлы, ғүмерҙе ҡыҫҡарта”. Яҙҙыңмы?
Нәсимәнең телефоны шылтырай.
НӘСИМӘ. Алло! Радик! Һинең эшең юҡмы әллә унда? Минең ваҡытым юҡ! Фсе!. . Бына яҙҙым.
ГҮЗӘЛ. Бар, компьютерныйға илт тә – һуҙылып йөрөмә – тиҙерәк кире йүгер!
Нәсимә китә.
БАБАЙ. Һаумыһығыҙ!
ГҮЗӘЛ. Һеҙгә нимә кәрәк, бабай?
БАБАЙ. Бына мин гәзитәгә...
Телефон шылтырай.
ГҮЗӘЛ. Алло! Сара? Ниндәй Сара? Ә-ә, шуба! Алам, алам! Сәғәт ун бер ҙә булып киттеме ни? Әйҙә ун икелә осрашайыҡ! Ваҡытым юҡ, аңлайһыңмы? Һуңғы срок! (Шылтырата). Алло! Светлана! Срочно 10 мең кәрәк! (Трубканы ташлай). Шайтан алғыры! Был донъяға ни булған?! Береһенең аҡсаһы юҡ! Шундай һәйбәт шуба. Арзан! Алмаһам, үләм дә ҡуям! Бабай, һин 10 мең биреп тора алмайһыңмы?
БАБАЙ. Юҡ шул. Мин...
Телефон шылтырай.
ГҮЗӘЛ. Алло! Ә-ә, Сәлимә, һин дежурмы? Ярай, ярай, әйткәнһеңдер. Бында йөҙ эш, башым буталған. Балаларың да иҫәнме? Аңланым. Аптыраттың бит шул “Дим моңдары”ң менән! Әйттем бит, була! Ниңә йөҙ ҡат һорайһың?! Үҙеңдең хәтереңде тикшер! (Трубканы ташлай). Дура!
Нәсимә инә.
Ҡайҙа йөрөйһең ярты көн буйы?
НӘСИМӘ. Бына былтырғы “Дим моңдары” конкурсы хаҡында мәҡәлә. Шуны баҫып бөткәндәрен көттөм.
ГҮЗӘЛ. Ул миңә нимәгә? Бар илтеп Сәлимәнең битенә бәр! Хәтерең юҡ, тип ултырған була, битһеҙ!
НӘСИМӘ. Ошо көйөмө? Бында бит былтырғы еңеүселәрҙең исемдәре.
ГҮЗӘЛ. Былтырғыларҙы һыҙ, быйылғыларын яҙ!
Телефон шылтырай.
Алло! Тыңлайым Абуталип Абдрахманович! Яҙабыҙ, яҙабыҙ. Тағы нимә? Йә, Хоҙай! Иртәгәме? Уныһын да яҙырбыҙ (Трубканы һала). Нәсимә, нимә яҙаһың унда?
НӘСИМӘ. Бына конкурста еңеүселәрҙең быйылғы исемлеген яҙам.
ГҮЗӘЛ. Ниңә оҙаҡ мыштырлайһың? Унда йөҙ еңеүсеме ни?
НӘСИМӘ. Бөттөм.
ГҮЗӘЛ. Бөтһәң, мәҡәләне Сәлимәнең алдына ырғыт та кире йүгер.
Нәсимә китә.
БАБАЙ. Һаумыһығыҙ.
ГҮЗӘЛ. Бабай, һин әллә ауырыйһыңмы? Ниңә йөҙ тапҡыр һаулыҡ һорашаһың? Нимә кәрәк һиңә?
БАБАЙ. Бына мин һеҙгә мәҡәлә...
Нәсимә инә лә тиҙ генә яҙыша башлай.
ГҮЗӘЛ. Туҡта, нимә яҙа башланың тағы?
НӘСИМӘ. “Ҡала урамдары таҙа булырға тейеш”те.
ГҮЗӘЛ. Бысағымамы һиңә ҡала урамдары? Иртәгә хакимиәт башлығының ҡатынына 50 йәш! Срочно шул хаҡта мәҡәлә яҙ!
Телефон шылтырай.
Алло! Һаумыһығыҙ. Апай, баҫмайбыҙ шиғырҙарығыҙҙы! Баҫмайбыҙ! Сөнки эшкинмәгән шиғырҙар яҙғанһығыҙ! Фсе! (Трубканы ташлай). Графоманка!
БАБАЙ. Был – һеҙгә! Һау булығыҙ! (Ҡағыҙын өҫтәлгә һала ла китә).
НӘСИМӘ. Әллә иҫәрерәк инде? Инде лә бер ни өндәшмәне.
ГҮЗӘЛ. Иҫәрлектең аръяғына сыҡҡан! Тиҙ бул, яҙ хакимиәт башлығының ҡатыны хаҡында мәҡәлә.
НӘСИМӘ. Нисек яҙайым? Уның хаҡында бер ни белмәйем.
ГҮЗӘЛ. Берәй 50 йәшлек ҡатын тураһында мәҡәләне ал, бөтә йылы һүҙҙәрен күсереп яҙ! Ә мин хәҙер шылтыратып биографияһын белешәм. Бергә ҡушһаҡ, бына тигән мәҡәлә була.
НӘСИМӘ. Ну, баш үҙеңдә, Гүзәл Әкрәмовна.
ГҮЗӘЛ. Тик тиҙ бул. Хәҙер гәзитте тапшыралар.
Телефон шылтырай.
НӘСИМӘ. Алло! Радик, нимә кәрәк һиңә? Ялҡыттың һин мине! Ниңә минут һайын шылтыратаһың? Шылтыратма башҡа! Ваҡытым юҡ! Улайһа – нимә? Осрашмайыҡ? Радик, туҡта әле... Эй, суҡынып кит! (Илай). Радик мине ташланы! Ә-ә!
Телефон шылтырай.
ГҮЗӘЛ. Алло, Сара, һинме? Шубаны һаттың? Ниңә һаттың? Мин бит алам тигәйнем! (Трубканы ташлай). Миңә шундай килешә ине! Үҙе арзан! Хәҙер бер ҡасан да норковый шуба булмаясаҡ! Бәхетһеҙ мин, бәхетһеҙ! (Илай).
Телефон шылтырай.
Алло! Абуталип Абдрахманович, тыңлайым. Шулаймы? Күрмәй ҡалғанбыҙ.
Трубканы һала.
НӘСИМӘ. Нимә булды?
ГҮЗӘЛ. Нимә, нимә! Һинең күҙең сыҡҡанмы? Беҙҙең бит ярты йыл элек глава алмашынды! Ә һин “Дим моңдары” конкурсын элекке глава асты, тип яҙғанһың. Конкурс майҙа үтте тигәнһең! Эшкинмәгән! Етмәһә, теге Сәлимә инеп жаловаться иткән. Хәҙер икебеҙгә лә – шелтә! Икебеҙҙең дә премияны ҡырҡҡандар!
Илайҙар.
Туҡта! Был – нимә?
НӘСИМӘ. Бабай ҡалдырған ҡағыҙ. “Дим моңдары” конкурсы хаҡында! Ул әҙер мәҡәлә килтергән! Ә беҙ...
ГҮЗӘЛ. Ике иҫәр! Ул бит беҙҙе ҡотҡарыусы фәрештә булған! Хәҙер премияһыҙ ҡалдыҡ! Шуба осто! Бәхетһеҙ мин! Ә-ә! (Илай).
НӘСИМӘ. Мин дә. Радик ташланы! Ә-ә! (Илай).
Бөттө.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас