-5 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
3 Февраль , 14:55

Ҡыҙыңды үҙең тап!

Хәҙер ниңәлер ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында йәш ирҙәрҙе лә күрергә мөмкин. Улар кәләштәрен көтөп тупһала тапана, телефондарын төрткөсләп ултыра. Беҙгә – оло быуын кешеләренә был башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Әллә былар бер ҡайҙа ла эшләмәйме икән, тип үҙ-ара шым ғына һөйләшеп ошо йәш ирҙәрҙе күҙәтәбеҙ. Араларында бала ғына булғандары бар, ә үҙҙәре инде эшкинеп, атай булырға йөрөй.

Ҡыҙыңды үҙең тап!
Ҡыҙыңды үҙең тап!

Ярай, заман башҡа-заң башҡа. Һүҙ икенсе хаҡта. Гинеколог ҡараған УЗИ кабинеты янына сиратҡа йыйылғанбыҙ. Күпмелер ваҡыт үткәс, бер пар килеп сыҡты. Егеттең ауыҙы ҡолағына еткән, йылмая, ә ҡыҙ ныҡ асыулы. Ишекте ябыу менән буласаҡ әсә: “Һин миңә нимә тинең?! Йәнәһе лә малай була! Үҙең тап был ҡыҙыңды. Ә миңә малай кәрәк!”-тине лә коридор буйлап йүгереп китте.

Егет: “Ярай һуң улай булғас, әйҙә, икенсе бала эшләйек...”-тип ғәйепле генә әйтеп кәләшенең артынан йүгерҙе.

Дауаханала бындай көслө көлөү тауышын бер ҡасан да ишеткәндәре булмағандәр. Хатта гинеколог сығып беҙҙе әрләп китте. Шулай ҙа йәш ҡатындың малай табырға теләүе лә ҡыҙыҡ. Ғәҙәттә, беҙ ҡатындар ҡыҙ булһын тип теләйбеҙ бит.

"Һаҡмар" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас