-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
9 Февраль , 15:50

Бөҙрәханала

Әлфир йәш, бик сибәр ҡатын менән танышты. Бер күреүҙән уны оҡшатты. Хәҙер ир ыҫпай кейенеп, ипле генә йөрөргә тырышҡан була.Ресторанға саҡырырға уйы ҡатынды.Шунда, шартына килтереп, кейәүгә сығырға тәҡдим яһамаҡсы.Бына бөгөн бөҙрәханаға сәсен киҫтерергә килде. Йәп-йәш ҡыҙыҡай ине мастер. Алдан иҫкәртергә онотҡан. Тәжрибәһеҙ, бары икенсе ай ғына эшләгән ҡыҙ уның былай ҙа һирәк сәстәрен тағы ла нығыраҡ һирәкләтеп мөнтәне. Ирҙең пеләшләнә башлаған түбәһе тағы ла нығыраҡ асылды.

Бөҙрәханала
Бөҙрәханала

Бик матур булмаған ир үҙенең тағы ла нығыраҡ ҡотһоҙланғанын күреп, ҡыҙып китте:
– Оболванила меня, маленькая дрянь! –Ул йоҙроҡтарын төйөп, ҡыҙға ташланды.
Ярай, сират көтөп бер ир ултыра ине. Ул шунда уҡ һикереп тороп:
–Туҡтағыҙ, яңы эшләй башлаған ҡыҙға бәйләнмәгеҙ. Йәш саҡта кем хаталанмай, – тип яҡлап сыҡты.
Күҙ йәштәренә төйөлөп, шиңеп ҡалған ҡыҙҙы йәлләгәндер.
– Мин, мин... ғәфү үтенәм... – Ҡалтыранып шыбырланы бәләкәй буйлы мастер.
– Башҡа мин һеҙҙең салонға аяҡ баҫмайым. Аҡсамды кире ҡайтарығыҙ! – Әлфир тыныслана алмай пыр туҙҙы. Залда икәү генә булһалар, ҡарап тормаҫ, туҡмар ине ҡыҙҙы. Их. Үкенескә ҡаршы, яҡлаусыһы табылды... Булмай шул, булмай...
Ҡыҙ аҡсаһын биргәйне, салбар кеҫәһенә тыҡты һәм ишекте шартлатып ябып, сығып китте.
– Ә мине под ноль, – тип креслоға ултырҙы мыҡты ир. Ул үҙенсә йәш ҡыҙҙы йыуатырға уйланы.
– Шундай матур, ҡуйы сәстәрегеҙ... йәл түгелме?.. –Ҡыҙыҡай икеләнде. Матур күҙҙәренә тағы йәш эркелде.
– Юҡ, һис кенә лә йәл түгел. Алығыҙ давай. – Самат ҡыҙға йылмайып ҡараны.
Сәсе ҡырылып, клиенттың башы ялтырап ҡалғас, Зиләнең дә кәйефе күтәрелде.
Ысынында иһә Самат сәсен саҡ ҡына ҡыҫҡартырға ниәтләп килгәйне. Беренсенән, ҡыҙҙың кәйефен күтәрергә теләп ҡырҙырырға булды. Икенсенән, йәш саҡтарын иҫкә төшөрҙө. Егет сағында сәсен ҡырҙырып йөрөй ине бит.
Нисек киҫтермәһен, бар прическа ла килешә бит әле үҙенә!
Бына ир көҙгөгә ҡарап, ҡояштай балҡып, бик ҡәнәғәт ултыра. Ялтыр баш та килешә. Бик һөйкөмлө бит ул.
– Подлецу всё к лицу, тип әйтәләрме әле. – Шаяртыуын дауам итте Самат.
–Ҙур рәхмәт, ағай. Мине яҡлап сыҡтығыҙ.
–Эшеңдә уңыштар теләйем, һеңлем. Минең кеүек шәп клиенттарың күберәк булһын, – тип хушлашты Самат ағаһы.
Бер аҙнанан бөҙрәхана мөдиренә инеп һөйләшеп, Зилә ҡатын - ҡыҙҙар залына күсте. Яңы урында клиенткаларға иғтибарлы булырға тырышты. Гүзәл зат мыжыҡ, бәләсник була, тиһәләр ҙә, көйһөҙ ҡатындар килмәне тиерлек. Һәр хәлдә, эшенең сифатына бәйләнеүсе булманы.
Әлфир ҡатынды ресторанға саҡырырға өлгөрмәне. Сибәркәй икенсе ҡалаға күсеп китеп, телефон номерын алмаштырҙы. Бер аҙҙан ирҙе бөтөнләй онотто.

Римма ӘХМӘТЙӘНОВА.

Автор:
Читайте нас