БР Дәүләт автоинспекцияһының элекке хеҙмәткәре “алтын гаишник” тип атама бирелгән Илдус Шәйбәковты һәм уның енәйәттәштәре РФ Енәйәт кодексының бер нисә маддәһе буйынса ғәйепләнә: ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа, вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа. Ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә Шәйбәковтан тыш уның менән бергә Дәүләт инспекцияһында хеҙмәт иткән ете “дуҫы” ла эләккән.
Фото: башинформ