-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
18 Февраль , 09:50

Таш менән атҡанға ла аш менән ат!

Заманында Гөлниса бик рәхәт йәшәне. Ире колхоз рәйесе булғас, бөтә нәмә иркен булды. Иң күркәм йорт уларҙа, кеше ашамағанды ашанылар, кеше кеймәгәнде кейҙеләр, йыл һайын ялға барып ҡайттылар. Уларҙың күршеһендә уҡытыусы ғаиләһе йәшәне. Ябай ғына, ләкин кеше араһында бик хөрмәтле булдылар. Уларҙың берҙән-бер ҡыҙҙары Ләйлә юғары уҡыу йортон тамамлағас, ауылға мәктәпкә эшкә ҡайтты, сөнки ата-әсәһен ҡарау ҙа уның иңендә ине. Күрше булһалар ҙа, әллә нишләп Гөлниса был ғаиләне яратманы, улар менән аралашманы, аҙым һайын кәмһетте.

Таш менән атҡанға ла аш менән ат!
Таш менән атҡанға ла аш менән ат!

Ләйлә ауылдан Тимер исемле егет менән дуҫлашып йөрөнө. Күптәр улар тиҙҙән өйләнешер тип көттө. Ләкин берҙән-бер көн Тимер күрше ауылдан икенсе бер ҡыҙҙы кәләш итеп алды. Өйөндә ғәҙеллек күреп үҫкән ҡыҙ егетенең бындай хыянатын ғәфү итә алманы. Ысын күңелдән уны яратҡас, йөрәге башҡаны ҡабул итмәне, димләп, һоратып килһәләр ҙә, берәүгә лә ҡараманы. Кеше ҡайғыһына шатлана торған ғәҙәте булған Гөлниса быға бигерәк һөйөндө.

– Йүнле булһа, күптән кейәүгә сығыр, ҡарт ҡыҙ булып ултырмаҫ ине, – тигән һүҙ таратты ауыл буйлап йөрөп.

Был хәбәр Ләйләгә лә килеп етте, ләкин ул бер ҡасан тауыш сығарманы, үҙен лайыҡлы тотто. Мәктәп эше, өй мәшәҡәттәре менән йылдар артынан йылдар үтте. Тиҙҙән ата-әсәһе лә олоғайып баҡыйлыҡҡа күсте. Өй мәшәҡәттәре тулыһынса Ләйлә иңенә ятты. Ауылда йорт тирәһендә ир ҡулы ла йыш кәрәк. Урталарында ҡойма боҙолоп емерелә башлағас та, Гөлниса уны иренән рәтләттермәне.

– Теге ҡарт ҡыҙ рәтләһен, кешегә һалышмаһын әле, – тине.

Ләйлә ҡиммәт хаҡҡа булһа ла оҫта яллап, ҡойманы тимерҙән матурлап эшләтеп ҡуйҙырҙы.

Был ваҡытта Гөлнисаның ғаиләһендә бер-бер артлы өс ҡыҙ үҫте. Әсәйҙәре гел “ҡарт ҡыҙ” тип һөйләгәс, улар ҙа Ләйләне ошо ҡушамат менән йөрөттө.

Гөлнисаның ҡыҙҙары тиҙҙән ситкә сығып китте, ире лә ҡапыл ғына йөрәк сиренән мәрхүм булды. Бөтә донъяға хужалай, ҡайҙа баҫырға белмәй йөрөгән һауалы ҡатын, гүйә, шиңеп ҡалды. “Минекеләр” тип туҡтауһыҙ күккә сөйөп маҡтаған ҡыҙҙары ла тормошҡа сыҡмай, 30-ҙан үтте.

Аяҡтары ауыртып магазинға бара, өйөн йыйыштыра алмаған саҡтарында күршеләренә өндәшкеһе килде. Элек, үҙ холҡон иҫләп, намыҫы ҡушманы.

Ҡышҡы көндәрҙең береһендә уның ишеген мәктәп уҡыусылары ҡаҡты. Уҡытыусылары, күршеһе Ләйлә етәкселегендә тимурсылар командаһы килгән. Ихатаны ҡарҙан таҙартып, өйөн йыйыштырып, иҙәнен йыуып, ашарға бешереп, бөтә эшен “һә” тигәнсә башҡарып ҡуйҙылар. Ләйлә йүгертеп өйөнән бәлеш алып инде, аҙаҡ күмәкләшеп сәй эстеләр. Күңеле бөтәйеп, донъяһы нурланып китте Гөлнисаның.

– Ләйлә ҡыҙым, кисерә алһаң, ғәфү ит мине. Мәңге рәхәттә йәшәр һымаҡ инем. Ғүмер буйы һине нахаҡҡа рәнйеттем. Тормош ҡуласа икән. Хәҙер үҙем һинең ярҙамға мохтаж булып ҡалдым. Ваҡытың булғанда кереп хәлемде бел инде, – тине хушлашыр саҡта ҡатын, күҙҙәренән йәштәре тәгәрәне.

– Әлбиттә, Гөлниса апай. Уҡыусылар менән дә ярҙамға килеп торорбоҙ. Мине атай-әсәйем “Таш менән атҡанға ла аш менән ат” тип үҫтерҙе. Һеҙгә бер ниндәй ҙә үс һаҡламайым, – тине Ләйлә ихлас йылмайып.

Ҡартайып, оло йәшкә еткәс кенә аңланы Гөлниса изгелек тигән тәрән төшөнсәне.

 Резеда Шәнгәрәева.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://web.max.ru/-69302433554490

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-01-08/y-nle-bul-a-key-g-sy-yr-ine-4531321

 
Автор:
Читайте нас