+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Шулай ҙа була!
19 Февраля , 17:55

БЕР ХАТА

Профессор дәрес ваҡытында таҡтаға ун миҫал яҙа. Унауҙың береһендә юрамал хата эшләй. Студенттар башта аптырашып бер-береһенә ҡараһа, аҙаҡ инде өлкән профессорға мыҫҡыллы йылмайып, хата ебәргәне өсөн төрттөрәләр.

БЕР ХАТАБЕР ХАТА
БЕР ХАТА

Дәрес аҙағында уҡытыусы былай ти:

- Мин ошо миҫалда күрәләтә хата ебәрҙем. Был һеҙгә ғүмерлек дәрес булһын. Туғыҙ миҫалды дөрөҫ яҙҙым — бер кем маҡтаманы. Бер хата ебәреүем булды, һеҙ минән көлдөгөҙ, мине тәңҡитләнегеҙ. Тормошта ла шулай. Әҙәпһеҙ кешеләр, һеҙҙең изге эштәрегеҙҙе шунда уҡ онота, ә бына бер яңылыш аҙым булһа, шау-шыу күтәрергә әҙер торалар. Уларҙың әйткәндәренә ышанып, маҡсаттарығыҙға ҡул һәлтәмәгеҙ, юлығыҙҙан боролмағыҙ!

ХАТАЛАНЫУЫҢДЫ КӨТӨП УЛТЫРҒАНДАР КҮП БУЛЫР. УЛАРҒА ИҒТИБАР ИТМӘҮ — ИҢ ДӨРӨҪӨ. БЕР ЯҢЫЛЫШЛЫҠ АРҠАҺЫНДА КҮҢЕЛ ТӨШӨНКӨЛӨГӨНӘ БИРЕЛЕРГӘ, ЯМАН УЙЛЫЛАРҘАН ҠАНАТЫҢДЫ ҺЫНДЫРТЫРҒА ЯРАМАЙ!

Автор:
Читайте нас