Ауылдан Өфөгә имен-аман барып етеп, аэропортҡа илткән автобусҡа ултырҙым. Ике ҙур, һәр береһе үҙемдәй булалыр, ҡапсыҡ алғанмын. Юл кәрәк-ярағы ла, кейем-һалымы ла, ризыҡ-фәләне лә бар. Төн буйы дөйөм вагонда килеү арытҡандырмы, сумкаларымды ҡосаҡлап татлы йоҡоға талғанмын. Бер-ике генә уянып тәҙрәгә күҙ һалдым. Автобус һаман ҡайҙалыр бара. Ниһайәт, аҙаҡҡы туҡталышты иғлан иттеләр. Төшһәм, йә Хоҙай! Аэропортҡа барып етеү урынына, кире автовокзалға урап ҡайтҡанмын! Хәл юҡ, киләһе автобусҡа ултырып, йәнә аэропортҡа киттем.
Тик аэропортҡа икенсе ынтылыуҙа барып етеүемә күңелһеҙ яңылыҡ көтә ине: беҙҙе алып китә торған самолёттың ҡасан булыры билдәһеҙ, тинеләр. Ойошмабыҙ идаралығы яллаған чартерлы самолетты, ҡайһы бер кешеләр әйтеүенсә, аҙна-ун көнгә тиклем көтөргә лә мөмкин икән. Шулай башланды минең аэропорт мажаралары. Ярай әле кеҫәмдә алдағы вахтала үҙем эшләп алып ҡайтҡан аҡсам бар. Ауыр сумкаларымды аэропорттың багаж һаҡлау нөктәһенә еңел генә тапшырып, ҡунаҡханаға урынлашып алдым. Бөтә уңайлыҡтары бар икән. Теләһәң – йоҡлайһың, асыҡһаң – кафела туҡланаһың, күңелде күтәрергә, йөҙәр грамлап әсе шыйыҡсаһын да тәҡдим итеп кенә торалар. Хөрриәт!
Өс көн тигәндә, ҡунаҡхананы бушатырға тура килде.
Дүртенсе көнгә, кеҫәм бөтөнләй таҡырайып ҡалғас, багажымды ла һаҡлауға ҡалдырылған урынынан кире алдым.
Бишенсе көн тыуҙы. Таң аттырып, дәү сумкаларымды эскәмйәләрҙең аҫтынараҡ тыҡтым да, саф һауа һулап инәйем тип, тышҡа сыҡтым. Бер-ике сәғәттән килһәм, мине яңы һынау көтә – сумкаларымдан елдәр иҫкән. Иң үкендергәне – һатырмын да, аҡсалы булырмын, тип өмөтләнеп йөрөгән сағымда, ике ҡаҙым “осоп киткән”. Аҡса бөттө, ни эшләргә?
90-сы йылдар урталары, хәҙерге һымаҡ, телефон да, райондан баш ҡалаға ике сәғәт һайын йөрөп торған таксиҙар ҙа юҡ. Миңә бер генә әмәл ҡала – нисек тә булһа, берәй таныш-тонош эҙләргә һәм үтескә аҡса һорарға. Тик ер аяғы-ер башында, миллион кеше йәшәгән баш ҡала аэропортында, таныш-белешең осрауы бик икеле.
Борсоулы уйҙарға бирелеп оҙаҡ ултырырға тура килмәне. Мәктәптә тарих фәненән белем биргән уҡытыусым пәйҙә булды. Шат йылмайып уның алдына килеп баҫҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Һаумыһығыҙ, Фәлән Фәләныч! – тинем уға йылмайып.
– Ә-ә-ә, һаумы, – тине “ҡотҡарыусым”, – танымайым шул үҙеңде. Кем булаһың әле?
– Мин ни – Әхәт бит, һеҙ беҙҙе тарихтан...
Кем икәнлегемде аңлатып маташҡан арала, “ҡотҡарыусым”, минең менән тиҙ генә хушлашты ла, әле генә килеп туҡтаған автобусҡа ултырып китеп тә барҙы.
...Асыҡтыра башланы. Башҡа йәнә төрлө күңелһеҙ уйҙар килә. “Анауы, әсе эсемлеген эсмәгән булһам, тамаҡ ялғарлыҡ аҡсам ҡалыр ине”, тип уйлайым. ...Бер заман, әллә күҙҙәрем яңылыш күрәме тип торам, йөкмәнеп, бер төркөм ауылдаштарым инеп килә! Бына бәхет! Сат йәбештем тегеләргә! Когалымға китеп баралар икән!
– Егеттәр! – тим. – дүрт көн буйы самолёт көтәм, аҡсам бөттө, бурысҡа бер аҙ ҡалдырығыҙ әле.
– Эй, ағай, – ти берәүһе, – беҙ ҙә һинең хәлдә шул, аҡсабыҙҙы поезда уҡ бөтөрҙөк. Мә, йомро өй икмәге, ашарһың, – тине лә гәзиткә төрөлгән ҙур йомро икмәк сығарып тотторҙо.
Был “сәпсектәрем” дә, нисек пәйҙә булдылар, шулай осоп киттеләр.
“Тәк, – тип самалайым үҙемсә, – был икмәкте, һаҡсылыраҡ ашаһам, ике көнгә һуҙырға була”. Тәғәмләнеп алдым. Тамаҡ мәсьәләһе хәл ителде, тик ҡалған икмәкте ҡайҙа йыйырға? Ҡуйынға тыҡһам – бигерәк ҙур, анауы, тәртип һағындағы хеҙмәткәрҙәр күрһә, эш харап, террорист тип, “кутузка”ларына бикләп ҡуйыуҙары ла ихтимал. Йөрөй торғас, таптым бит әмәлен – аэропорт тирәһендәге ҡуйы ағаслыҡта ботаҡ араһына ҡыҫтырып ҡуйҙым да ризығымды, тыныс күңел менән аэропортҡа кире киттем.
Шулай итеп, ғүмеремдә тәүге тапҡыр төндәр буйы эскәмйәлә ултырып йоҡлай башланым. Бер-береһен алыштырған милиция нарядтары ла мине танып бөттө, бөтөнләй бимазаламаны.
Иртән үҙ алдыма ҡәнәғәт йылмайып, тағы ағаслығым араһына килдем. Тамаҡ ялғап алырға кәрәк. Тик икмәгем урынында булмай сыҡты. Ерҙә гәзит йыртыҡтары ғына туҙышып ята. Бик күп эт эҙҙәре күренә. Ниндәй генә уйҙар кисереүемде яҙып тормайым.
Әмәлгә ҡалғандай, юғалған сумкаларым табылды. Милиция наряды, хужаһыҙ әйбер тип уйлап, һаҡлыҡ камераһына тапшырған булған икән. Уның эҙенә төшкәнсе, теге ҡаҙҙарым еҫләнеп, эшлектән сыҡҡан. Бөтөнләй үк әрәм булманы инде улары, эттәргә ҙур байрам яһаным. Икмәгем дә, ҡаҙҙар ҙа шул мәхлүктәр бәхетенә яҙғандыр. Эттәр аҙаҡ, мин тышҡа сыҡҡан һайын, артымдан эйәреп ыҙалатты. Был хәлдәрҙән һуң, тағы ике көн көткәс, етенсе көн тигәндә, саҡ осоп кителде Якутстанға. Минең бер аҙна аэропорт тотҡоно булыуым шулай тамамланды.
Әхәт ИШБУЛАТОВ,
Баймаҡ районы,Темәс ауылы.